Василий III

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Василий III
Василий Иванович
Василий III
Василий III на французской гравюре Андре Теве
27 октябрь 1505 йыл — 3 декабрь 1533 йыл
Алдан килеүсе: Иван III
Дауамсыһы: Иван IV Грозный
 
Дине: Православ
Тыуған: 25 март 1479(1479-03-25)
Вафат: 3 декабрь 1533(1533-12-03)
Ерләнгән: Архангель соборы (Мәскәү)
Атаһы: Иван III
Әсәһе: София Палеолог
Ҡатыны: 1. Соломония Юрьевна Сабурова
2. Елена Васильевна Глинская
Балалары: 1-се никахтан: Георгий (?), 2-се никахтан: Иван IV и Юрий

Васи́лий III Иванович (25 март 1479(14790325)3 декабрь 1533) — 15051533 йылдарҙағы Мәскәү һәм Владимир бөйөк кенәзе, Иван III һәм София Палеологтың улы, Иван IV Грозныйҙың атаһы. Изге Рим империяһы императоры Максимилиан I менән 1514 йылда төҙөлгән килешеүҙә беренсе тапҡыр батша (царь – цезарь) тип аталған.

Атаһы башлаған берҙәм Рус дәүләтен берләштерү сәйәсәтен дауам итә; ҡайһы бер удел кенәзлектәр менән килешеүҙе яңырта. Василий III заманында бер нисә удел кенәзлеге бөтөрөлә. 1510 йылда Псков, 1521 йылда Рязань ҡалаларын үҙенә буйһондора. Рус-Литва һуғышында еңеүе һөҙөмтәһендә 1514 йылда Василий III Смоленск кенәзлеген үҙ биләмәһенә ҡушыуға ирешә. Мәскәүҙән көнсығышта һәм көньякта урынлашҡан ерҙәрҙе яулап алыу сәйәсәтен дауам итә, Ҡазан ханлығына бер нисә һөжүм ойоштора; 1506 йылғы һөжүме еңелеү менән тәмамлана. Мөхәммәдәмин хан вафатынан һуң Ҡазан тәхетенә үҙ кешеһен - Шаһғалиҙе ултырта (1518). Шаһғали унан ҡыуылғас, уны Ҡазан тәхетенә ҡайтару өсөн 1523 - 1524 йылдарҙа яуҙар ойоштора. 1530-31 йылдарҙағы яу-һөжүмдәрҙән һуң Ҡазан тәхетенә Василий III кешеһе - Йәнғәли ултыртыла. Бер үк ваҡытта Ҡазан ханлығының көнбайыш сик буйҙарында үҙ ҡәлғә-ҡоролмаларын төҙөү һәм нығытыуҙы дауам итә. 1521 йылда Оло сик буйы кәртәләре төҙөлөшөн башлай, 1524 йылда Ҡазан ханлығы йоғонтоһонда булған сыуаштар ере сигендә, Сура йылғаһы тамағында, Васильсурск ҡәлғәһен нигеҙләй. Шул уҡ йылда урыҫ сауҙагәрҙәренә Ҡазан ханлығы йәрминкәләренә барыуҙы тыя, Түбән Новгород йәнәшәһендә үҙ йәрминкәләрен асырға әмер бирә. Литваға ҡаршы көрәштә үҙ маҡсатында файҙаланыу һәм үҙ кенәзлегенә яу-һөжүмдәрҙе булдырмау ниәтенән Ҡырым ханлығы менән яҡын мөнәсәбәттәр урынлаштыра, дипломатик килешеүҙәр төҙөүгә ирешә. Ҡырым хандары нәҫеленән булған Сәхибгәрәй Ҡазан тәхетенә ултырғандан һуң ғына Ҡырым ғаскәре 1521 йылдың көҙөндә Мәскәүгә һөжүм ойоштора, Мәскәүҙә идараһы булып ҡалған баярҙарҙан йолом түләтә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Пресняков А.Е. Завещание Василия III // Сборник статей по русской истории, посвящённых С.Ф. Платонову. П., 1922;
  • Шмидт С.О. О времени составления «Выписи» о втором браке Василия III // Новое о прошлом нашей страны. М., 1967;

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]