Ватт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ваттметрэлектрик селтәрҙәрҙең элементтары тарафынан ҡулланылған ҡеүәтте үлсәү өсөн йыһаз

Ватт (билдәләмәһе: Вт, W) — СИ системаһында ҡеүәт үлсәү берәмеге. Берәмек Шотландия уйлап сығарыусы-механигы, универсаль пар машинаһын беренсе булып эшләп сығарыусы Джеймс Уатт (Ватт) хөрмәтенә аталған.

Ҡеүәт үлсәү берәмеге булараҡ Ватт беренсе мәртәбә 1899 йылда Британия фәнни ассоциацияһының икенсе Конгрессында ҡабул ителгән. Быға тиклем күпселек иҫәп-хисаптарҙа Джеймс Уатт индергән ат көстәре ҡулланылған, шулай уҡ минутына фут-фунттар ҡулланылған. 1960 йылда XIX Үлсәүҙәр буйынса генераль конференцияла Ватт Халыҡ-ара үлсәү Системаһына индерелгән. Барлыҡ электр йыһаздарының төп сифаттарының береһе булып улар ҡулланған ҡеүәт тора, шуға күрә һәр бер электр йыһазында (йәки шул йыһаздың ҡулланыусы белешмәһендә) уның эшләүе өсөн күпме Ватт кәрәккәне тураһында мәғлүмәт табырға була.

Билдәләмәһе[үҙгәртергә]

1 Ватт 1 секунд ваҡыт эсендә 1 Джоуль эш башҡарылғандағы ҡеүәткә тигеҙ итеп билдәләнә. Шулай итеп, Ватт ул сығарылма үлсәү берәмеге һәм СИ берәмектәре менән түбәндәге мөнәсәбәттәр аша бәйләнгән:

Вт = Дж/с = кгм²/с³
Вт = H•(м/с)
Вт = В•А

Билдәләмәһе юғарыраҡ күрһәтелгән механик ҡеүәттән башҡа, шулай уҡ йылылыҡ һәм электр ҡеүәт төрҙәре бар:

  • Йылылыҡ ағымының 1 Ватт ҡеүәте 1 Ватт механик ҡеүәткә тиң (эквивалент).
  • 1 Ватт актив электр ҡеүәт шулай уҡ 1 Ватт механик ҡеүәткә тиң һәм 1 Вольт көсөргәнеш ҡуйылғанда, 1 Ампер ҙурлыҡтағы эш башҡарыусы даими электр тогының ҡеүәте тип билдәләнә.

Башҡа үлсәү берәмектәренә күсереү[үҙгәртергә]

Ватт башҡа үлсәү берәмектәре менән түбәндәге мөнәсәбәттәр менән бәйләнгән:

Ҡабатлы һәм өлөшлө берәмектәр[үҙгәртергә]

Ҡеүәт менән бәйле иҫәп-хисаптар өсөн Ватттың үҙен һәр бер осраҡта ла ҡулланыу уңай булмаҫҡа мөмкин. Ҡайһы ваҡыт үлсәнгән ҙурлыҡтар бик ҙур йәки бик бәләкәй генә булғанда, стандарт алҡушымталы үлсәү берәмеген ҡулланыу уңай, был даими ҙурлыҡ тәртибен иҫәпләүҙән ҡотолорға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, радарҙар һәм радиоалғыстар проектлағанда йыш ҡына пВт һәм нВт ҡулланалар, электроэнцелография һәм электрокардиография кеүек медицина приборҙары өсөн мкВт ҡулланалар. Электр етештереүҙә һәм шулай уҡ тимер юл локомотивтары проектлағанда мегаватттар (МВт) һәм гигаватттар (ГВт) ҡулланалар.

Стандарт СИ ҡушымталары түбәндәге теҙмәлә күрһәтелгән:

Ҡабатлы: Билдәләмәһе: Өлөшлө: Билдәләмәһе:
101 (дека) даВт / daW 10-1 (деци) дВт / dW
102 (гекто) гВт / hW 10-2 (санти) cВт / cW
103 кило кВт / kW 10-3 милли мВт / mW
106 мега МВт / МW 10-6 микро мкВт / μW
109 гига ГВт / GW 10-9 нано нВт / nW
1012 тера ТВт / ТW 10-12 пико пВт / pW
1015 пета ПВт / PW 10-15 фемто фВт / fW
1018 экса ЭВт / EW 10-18 атто aВт / aW
1021 зетта ЗВт / ZW 10-21 зепто зВт / zW
1024 йотта ИВт / YW 10-24 йокто иВт / yW

Иҫкәрмә[үҙгәртергә]

Дека-, гекто-, деци-, сантиватт үлсәү берәмектәрен ҡулланыу кәңәш ителмәй.

Тәбиғәттә миҫалдар[үҙгәртергә]

ҙурлыҡ Тасуирлама
10−9 ватт Ҡеүәте 1 нВт булған энергия ағымы майҙаны 1 м² булған ер йөҙөнә яҡтылығы йондоҙ ҙурлығы +1,4 булған йондоҙҙан төшә.
5*10−3 ватт Күҙ өсөн зарарлы ғәҙәти лазер күрһәткесе бындай ҡеүәткә эйә.
1 ватт Ябай кеҫә телефонының алғыс-тапшырғыс ҡеүәте яҡынса ошо ҙурлыҡҡа тигеҙ. Кеше йөрәге ҡеүәте шулай уҡ яҡынса шул ҙурлыҡҡа тигеҙ.
10³ ватт ҙур булмаған йылытыу йыһазының ҡеүәте 1 кВт самаһы. АҠШ-та бер йорт хужалығының уртаса энергия ҡулланыуы йылына 8900 кВт•сәғ, был йыл дауамында ҡулланылған 1 кВт ҡеүәткә тигеҙ.
6*104 ватт Двигателе 80 ат көсө булған еңел автомобилдең ҡеүәте яҡынса 60 кВт-ҡа тигеҙ.
12*106 ватт Eurostar электропоездының ҡеүәте 12 МВт.
8,2*109 ватт Касивадзаки Япония ҡалаһындағы донъялағы иң ҙур атом электр станцияһы Касивадзаки-Карива пик йөкләнештәрендә 8212 ГВт электроэнергия эшләп сығара.
2,24*1010 ватт Хәҙерге ваҡытта иң ҙур булған һәм Ҡытайҙа урынлашҡан Санься Өс тарлауыҡ ГЭС-ның проект ҡеүәте — 22,4 ГВт.
1012 ватт Йәшен атыуының уртаса пик ҡеүәте яҡынса 1 ТВт-ҡа тигеҙ.
1,9*1010 ватт 2007 йылда кешелек тарафынан ҡулланылған ғөмүми электроэнергия ҡеүәте яҡынса 1,95 ТВт самаһы иҫәпләнә.
174*1015 ватт Ер йөҙөнә энергия ағымының уртаса ҡеүәтенән 1,366 кВт/м² сығып, Ергә төшөүсе яҡтылыҡ нурланышының энергия ағымының дөйөм ҡеүәте яҡынса 174 ПВт-ҡа тигеҙ. Шулай итеп энергияны арауыҡҡа таратмаһа Ер массаһын секунд һайын 1,94 кг-ға арттырып торор ине.
3,86*1026 ватт Ҡояш нурланышының тулы ҡеүәтен ғалимдар 386 ЙВт тирәһе тип самалай, был ер йөҙөнә төшөүсе нурланыштың ҡеүәтенән ике миллиард мәртәбә ҙурыраҡ, башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, ҡояш үҙәгендәге термойәҙрә реакциялар һөҙөмтәһендә беҙҙең яҡтыртыусыбыҙ секунд һайын 4000000 тонна масса юғалтып тора.

Киловатт-сәғәт һәм киловатт төшөнсәләре араһындағы айырма[үҙгәртергә]

Атамалары оҡшаш булғанлыҡтан киловатт һәм киловатт-сәғәтте көнкүреш ҡулланышында йыш бутайҙар, бигерәк тә электр йыһаздарына ҡараған осраҡтарҙа. Әммә был ике үлсәү берәмеге төрлө физик ҙурлыҡтарға ҡарай. Ватттарҙа, һәм шунан сығып киловатттарҙа, ҡеүәт, йәғни электр йыһазы тарафынан ваҡыт берәмеге эсендә ҡулланылған энергия миҡдары иҫәпләнә. Ватт-сәғәт һәм киловатт-сәғәт энергия үлсәү берәмектәре булып тора, йәғни улар менән электр йыһазының сифатламаһы түгел, ә был йыһаз тарафынан башҡарылған эш миҡдары иҫәпләнә.

Был ике ҙурлыҡ киләһе бәйләнештә. Әгәр ҡеүәте 100 Вт булған лампа 1 сәғәт дауамында эшләгән икән, уның эше 100 Вт*сәғ (йәки 0,1 кВт*сәғ) энергия талап иткән. Электростанцияның ҡеүәте мегаватттарҙа иҫәпләнә, ләкин һатылған электроэнергияның ҙурлығы киловатт-сәғәттәрҙә һәм мегаватт-сәғәттәрҙә иҫәпләнәсәк.