Ваҡыф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ваҡыф (ваҡф ғәр. وقف‎, күплектә ғәр. أوقاف‎ (туҡталыш)) — ислам таралған илдәрҙә дин һәм хәйриә өсөн (күсемле һәм күсемһеҙ) тәғәйенләнгән милек.

Ҡыҫҡаса мәғлүмәт[үҙгәртергә]

Тик табыш килтергән һәм тотонолмай торған милек кенә (ризыҡ, кейем, аҡса тапшырыу тыйыла) ваҡыф ителә алған. Ваҡыфҡа һалым һалынмаған, уға ҡарата һатыу-һатып алыу, бүләк итеү, залогка биреү килешеүҙәре төҙөлмәгән. Мөлкәтте тапшырыу яҙма (судья һәм шаһиттар тарафынан раҫланған) йәки телдән (мәсеттә иғлан ителгән) мөмкин булған. В. алынған аҡсаларҙы тотоноуға күҙәтеүҙе ҡазый йәки махсус мөтәүәлли алып барған. 12 б. алып В. мосолман руханиҙарының төп йәшәү, ш. уҡ дини белем биреү учреждениеларын финанслау сығанағына әүерелә.

Рәсәйҙә ваҡыф милке[үҙгәртергә]

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, Себерҙә ваҡыф институты Ырымбур мосолман диниә назараты асылғас барлыҡҡа килә һәм уның ҡарамағында була. Ваҡыф алынған табыш мәсеттәрҙе, мәктәптәрҙе, мәҙрәсәләрҙе һәм руханиҙарҙы тәьмин итеүгә генә тотонола. Ваҡыф мөлкәтенә попечителлек советы идара итә, урындарҙа уның өсөн мөтәүәллиҙәр яуаплы була.

Башҡортостан сиктәрендә[үҙгәртергә]

Башҡортостанда тәүге ваҡыф 1829 йылда теркәлгән: сауҙагәр Ғ.Ғ.Ибраев үҙенең йылына 200 һумға тиклем табыш килтергән 5 сауҙа кибетен, үҙ аҡсаһына төҙөткән Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете биналарын, 2 мәҙрәсәне (таштан һәм ағастан), ашнаҡ бүлмәһен (таштан) һәм ҡоҙоҡто мосолман йәмәғәтселеге милкенә тапшыра. 1848 йылда 90 дисәтинә ер иғәнә итә. 1834 йыл Беренсе йәмиғ мәсете эргәһендә ваҡыф йорто (бер ҡатлы, ағастан; 1844 йыл яна) төҙөлә, унда попечителлек советы ултырыштары үткәрелә. 1898 йылда Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында 10 ваҡыф (айырым кешеләрҙең аҡсаһына төҙөлгән мәсеттәр; сауҙа кибеттәре, һөнәрселек оҫтаханалары, бәләкәй ер участкалары) теркәлә. Ә.М.Хөсәйеновтың — 500 мең (1906), Яуышевтарҙың — 50 мең (1907), Ф.Тәвкилеваның 30 мең (1908) һумлыҡ иғәнәләре иң күләмлеләре була.

Ваҡыф Башҡортостан тарихында[үҙгәртергә]

Ерҙе ваҡыфҡа тапшырыу “Башҡорттар тураһында положение” һәм уға 1865 йылдың 2 июлендәге ҡушымталар, 1869 йыл 10 февраль законы менән сикләнә, уларға ярашлы мәсеттәргә, мәҙрәсә һәм мәктәптәргә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен бүләккә алыу тыйыла. Ерҙәр губерна башҡармаларының, айырым осраҡта хатта императорҙың махсус рөхсәте менән генә ваҡыф ителә алған. Мәҫәлән, 1903 йыл дворян С.С.Йәнтүрина тарафынан Бәләбәй өйәҙе Килем ауылы (хәҙерге Башҡортостандың Бүздәк районы) йәмиғ мәсетенә ваҡыф ителгән 200 дисәтинә ер, ер биләү торошо ентекле тикшерелеп, 1907 йылдың 8 ғинуарында Николай II‑нең рөхсәт биреүсе указы сыҡҡандан һуң ғына ғәмәлгә ашырыла. 1912—14 йй. Ырымбур мосолман дини йыйылышы документтарында башҡорт йәмғиәттәренә ерҙе (1706 дисәтинә) В. итеп биреүҙе тыйыуҙың 20 осрағы теркәлгән. 20 быуат башында Ырымбур мосолман дини йыйылышында эш башҡарыу тәртипкә һалына, мөтәүәллиҙәр эшмәкәрлегенә контроль көсәйә, ер биләмәләрен үтә арзанға һәм үтә оҙайлы ваҡытҡа (1902 йылдан алып иң оҙайлы ҡуртым ваҡыты — 3 йыл) биреүгә юл ҡуймау маҡсатында, ҡуртым килешеүҙәрен тикшереү ойошторола. 1917 йыл октябре Ырымбур мосолман дини йыйылышы буйһоноуында ваҡыф биләмәләре булған 91 дини учреждение була. Мәсеттәр һәм уҡыу йорттары ҡарамағында хужалыҡ ҡаралтылары менән 49 йорт, 2 ҙур ҡунаҡхана комплексы, 20 сауҙа кибете, 1382 дисәтинә ер һәм 516,6 мең һумдан ашыу ҡағылғыһыҙ банк капиталы була. Ваҡыф дөйөм хаҡы яҡынса 1 млн һум тәшкил итә.[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • О. Г. Большаков. Вакф // Ислам: Энциклопедический словарь. — М.; Наука. Главная редакция восточной литературы, 1991. — 315 с : ил. ISBN 5-02-016941-2 (С.45)
  • М. Амин. Ал-Аукаф ва-л-хайат ал-иджтима’ийа фи Миср 648—923/1250—1517. Каир, 1980;
  • В. П. Наливкин. Положение вакуфного дела в Туркестанском крае. Таш., 1904;
  • Бухарский вакф XIII в. Факс. Изд. текста, пер. с араб, и перс, введ. и коммент. А. К. Арендса. А. Б. Халидова, О. Д. Чехович. М., 1979 (ППВ, LII);
  • А. Г. Периханян. Общество и право Ирана в парфянский и сасанидский периоды. М., 1983;
  • Н. Clavel. Rite musulrnan: le waqf ou habus (rite hanafite et malekite). 1—2. P., 1895—1896;
  • Sh. Bidair. L’institution des biens dits habous ou waqf. P., 1924;
  • Cl. Cahen. Quelques reflexions sur le waqf ancien.— MKB, (25, 38—40);
  • W. Heffening. Waqf.// The Encyclopaedia of Islam. 1—4. Ley de-London, (1908), 1913—1934, (4, 1187—1194).

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

  • Вакуф. // Башкирская энциклопедия.