Ваҡ ала тумыртҡа, ваҡ сыбар тумыртҡа, кескәй тумыртҡа, ҡыҙыл ала тумыртҡа( урыҫ.малый пестрый дятел)
Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк, һырты арҡыры аҡ һыҙыҡтар менән сыбарланған ҡара төҫтә. Ата ҡоштоң ба¬шы аҡ биҙәкле ҡыҙыл төҫтә, инәһенеке — һары. Башҡа ала тумыртҡаларҙан .байтаҡ бәләкәй булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «ки-к и-к и»,
Урмандарҙа йәшәй. Ағас бөжәктәре һәм уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Кин таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. 5~—9 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, ҙур файҙа килтерә.