Ваҡ мөншөгөр
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Ваҡ мөншөгөр | ||||||||||||||
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
|
СООБЩЕНИЕ ОБ ОШИБКЕ
Нет таксономического шаблона {{Ixobrychus }}, который должен описывать положение таксона Ixobrychus в биологической классификации. |
||||||||||||||
| Халыҡ-ара фәнни исеме | ||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||
Оя ҡороу арауығы Йыл буйы йәшәгән ерҙәре Ҡышын ғына йәшәйҙәр |
||||||||||||||
| Һаҡлау статусы | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Ваҡ мөншөгөр, күл буғаһы, һыу буғаһы, бупылдаҡ, ғомбой (урыҫ. Малая выпь, лат. Ixobrychus minutus) - ҡауҙылар ҡаиләһендәге иң ваҡ ҡош.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Ҡарғанан бәләкәйерәк тән ҡошо. Ата ҡоштоң башы, һырты, ҡанаттары ялтыр ҡара, кәүҙәһенең ҡалған өлөшө ерән-һары. Түшендә ҡыҙғылт көрән һыҙыҡтар бар. Инә ҡошта ҡара төҫ урынына — ерәнһыу көрән. Ҙур мөншөгөрҙән төҫө һәм бәләкәйерәк булыуы менән айырыла.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы көслө генә: «ке-ке-ке-кек», яҙғы ата ҡош үкерә: «прумб», «бух» йәки «пумб».
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Ваҡ тал, үлән һәм ҡамыш уратып алған күлдәрҙә, ҡылыларҙа йәшәй. Тәлмәрйендәр, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағас башында, ҡыуаҡлыҡта, йығылған ҡамыш өҫтөндә оялай. 4—8 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Ганзак Я. Иллюстрированная энциклопедия птиц Прага: Артия 1990
- Бейчек В., Штясны К. Птицы. Иллюстрированная энциклопедия М.: Лабиринт-пресс 2004
- Жизнь животных Т.6 Птицы М.: Просвещение 1986