Ваҡ себен турғайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ваҡ себен турғайы
Ата ҡош
Ата ҡош
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Подотряд: Һайраусы турғайҙар
Ғаилә: Ваҡ себен туғайҙары
Төр: Ваҡ себен турғайы
Латинса исеме
Ficedula parva
Pallas, 1764
ITIS 178675
NCBI 126711
Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 181431

Ваҡ себен турғайы (урыҫ. малая мухоловка, лат. Ficedula parva)— турғайҙар отрядындағы ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Турғайҙан байтаҡ бәләкәйерәк. Күберәк яңғыҙ йөрөй. Ағастың түбәнге ботаҡтарында ҡанаттарын төшөрөп, ҡойроғон күтәрә биреп ултыра. Ваҡыт-ваҡыт оса биреп, һауалағы бөжәктәрҙе тотоп ала. һырт яғы көрәнһыу һоро. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Ҡара ҡойроғоноң ике яғынан киң генә аҡ һыҙыҡтар үтә. Ата ҡоштоң тамағы һәм түшенең өҫкә өлөшө ерән. Башҡа себен турғайҙарынан һоро һырты, киң һыҙыҡлы ҡойроғо менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә]

Тауышы тоноҡ ҡына: «си-ли-си-ли» йәки яҡшы ишетелерлек тырылдай: «тиррр».

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Йыуан ағаслы ҡуйы урмандарҙа йәшәй. Осоп йөрөүсе бө¬жәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ағас ҡыуыштарында йәки ботаҡтар араһында оялай. Ҡыҙғылт һоро таплы 5—6 бөртөк алһыу һары йәки йәшкелт аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]