Сафин Венер Рәсих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Венер Рәсих улы Сафин битенән йүнәлтелде)
Венер Сафин
Исеме

Сафин Венер Рәсих улы

Тыуған көнө

6 октябрь 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй флагы Рәсәй

Эшмәкәрлеге

тренер, хоккейсы

Наградалары һәм премиялары
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры
 Сафин Венер Рәсих улы Викимилектә

Сафин Венер Рәсих улы (6 октябрь 1964 йыл) — хоккейсы, тренер. Спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры. «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Һаҡсы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венер Рәсих улы Сафин 1964 йылдың 6 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Башҡорт. Команда составында 1995—1997 йылдарҙа Рәсәй беренселегенең өс тапҡыр бронза миҙал призеры, «Салауат Юлаев» командаһының капитаны була (1995—1999). Шулай уҡ бер миҙгел Тольяттиҙың «Лада»һы һәм Финляндияның «Хермес» клубтары өсөн сығыш яһап өлгөрә. Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) тамамлаған.

Тренерлыҡ карьераһын 2001 йылда «Салауат Юлаев» командаһынан башлай. Рәсәй чемпионы 2007/2008, өлкән тренер булғанда Гагарин Кубогы (2011) яулаусыһы. 2012 йылдың декабренә тиклем «Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры. 2013 йылдың апреленән йәш хоккейсыларҙың Толпар командаһы баш тренеры.

2017 йылда Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Учалынан «Горняк» хоккей клубының баш тренеры итеп ҡуйыла, был вазифала 2018 йылдың 18 ноябренә тиклем була[1].

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хоккейсы

Баш тренер

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй чемпионатының өс тапҡыр бронза призеры (1994/1995, 1995/1996, 1996/1997).
  • өлкән тренер булғанда Рәсәй чемпионатының ике тапҡыр еңеүсеһе (2007/2008), (2010/2011) һәм Гагарин кубогы эйәһе (2010/2011).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]