Видергебурт — немец мәҙәни-ағартыу ойошмаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Немец мәҙәни-ағартыу ойошмаһы үткәргән сара

«Видергебурт» — немец мәҙәни-ағартыу ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе. 1989 йылда ойошторолған. Уның Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Нефтекама ҡалаларында, Благовар районының Пришиб ауылында урындағы ойошмалары эшләй. Өфө, Октябрьский, Ишембай ҡалаларында сеньорҙар клубы бар.

Рәсәй немецтарын милләт булараҡ тергеҙеү, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлау, социаль-иҡтисади шарттар тыуҙырыу — милли ойошманың төп маҡсаты. Фестивальдәр,концерттар, күрғәҙмәләр, байрамдар үткәрелә. Милли мәктәптәр,кластар, тыуған телде өйрәнеү буйынса курсар ойоштороу эше әүҙем башҡарыла.

Был ойошма Рәсәй немецтары мәҙәниәте, ижады ураһында немецса баҫмалар сығара.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында, Пришиб ауылында евангелик, католик общиналар бар. Раштыуа, Пасха байрамдары йылда үткәрелә.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]