Википедия:Көйләүҙәр белешмәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Шәхси көйләүҙәр[үҙгәртергә]

Теркәлгән ҡатнашыусы шәхси биттәр менән бергә Википедияны үҙе теләгәнсә көйләү мөмкинселегенә эйә була. Уларҙы «Көйләүҙәр» битендә эшләргә була, бының өсөн иң өҫкө юлдағы «көйләүҙәрем» яҙыуына сиртеү етә.

Был яҙыуҙың урыны Википедияның интерфейсына бәйле булып үҙгәреп тора. Биттең өҫтөндә лә йәки биттең өҫкө уң яғында, асылған менюла ла булырға мөмкин. Әгәр «Көйләүҙәр» яҙыуын таба алмай икәнһегеҙ, «Махсус биттәр» бүлеген ҡарағыҙ.

«Көйләүҙәр» битендә һеҙ үҙгәртә алған бүлектәрҙең исемдәре күренә. Үҙгәрергә теләгән бүлектең исеменә баҫығыҙ. Ул бүлектең көйләү тәҙрәһе асыласаҡ.

«Ҡулланыусы мәғлүмәттәре»:

  • «Имза өсөн (ҡушма) исемегеҙ» юлына яҙған исемегеҙ, һеҙ өс йәки дүрт тильда (~~~~); ҡуйған ваҡытта күренәсәк;
  • Керетелгән электрон почта адресығыҙ википедияла күрһәтелмәй, ләкин уны үҙегеҙҙең шәхси битегеҙгә ҡуйһағыҙ спамға дусар ҡалыуығыҙ мөмкин;
  • «Башҡа ҡатнашыусыларға һиңә электрон хат яҙыуҙарына рөхсәт бир» һайланмаһын билдәләмәһәгеҙ башҡа ҡатнашыусылар википедия аралашсылығы менән һеҙгә электрон хат яҙа алмаясаҡтар.

«Тышҡы күренеш» бүлегендә үрнәктәрҙе ҡарай алаһығыҙ; бер үрнәк оҡшаһа, һайлап «Һаҡларға» төймәһенә баҫығыҙ. Тик ғәҙәттәге «Моно-книга» үрнәгенән башҡаларында ҡайһы бер башҡорт хәрефтәре күренмәй.

«Формулаларҙың күренеше» бүлегендә математик формулаларҙың ниндәй синтаксис менән яҙыласағын һайлай алаһығыҙ. Әгәр вики-тамғалауҙы ҡулланырға һәм мәҡәләләрҙә формулаларҙың дөрөҫ күренеүен теләһәгеҙ, «ТеХ билгеләүендә ҡалһын» һайланмаһын билдәләмәгеҙ.

«Мөхәррирләү»:

  • Әгәр «Һәр бүлек өсөн «үҙгәртергә» һылтанмаһын күрһәт» һайланмаһын асһағыҙ, башлыҡтарҙың уң яғында «үҙгәртергә» яҙыуы күренәсәк; уға сирткән ваҡытта тик был ғына эс бүлектең мөхәррирләү тәҙрәһе асыласаҡ. Әгәр һеҙҙең «Бүлектәрҙе сысҡандың уң төймәһе менән башлыҡтарына баҫып төҙәт (JavaScript)» һайланмаһы асыҡ булһа, мөхәррирләү тәҙрәһен асыу өсөн уҡты ул эс башлыҡ исеме өҫтөнә килтереп сысҡандың уң төймәһенә баҫыу етә, тик бының өсөн браузерығыҙҙа Java-скрипттарҙың үтәлешенә рөхсәт бирелгән булырға тейеш. Был һайланмаларҙың икәүһен дә бер ваҡытта ғәмәлгә керетергә була.
  • юл һәм бағана параметрҙары мәҡәлә мөхәррирләү тәҙрәһенең дәүмәлдәрен билдәләйҙәр. «Юл һаны» мөхәррирләү тәҙрәһендә нисә юлдың күренәсәген, йәғни бейеклеген, «Бағаналар һаны» иһә бер юлда нисә хәрефтең күренәсәген, йәғни киңлеген билдәләй. Әгәр мөхәррирләү тәҙрәһенең монитор экранын тултырып асылыуын теләһәгеҙ «Төҙәтеү майҙанын браузер тәҙрәһе киңлегенә килтер» һайланмаһын асығыҙ. Үҙегеҙгә оҡшағанын төрлөсә үҙгәртеп һайлай алаһығыҙ.
  • «Мөхәррирләгән ваҡытта ярҙамсы төймәләрҙе күрһәт (JavaScript)» һайланмаһын ғәмәлгә керетһәгеҙ төҙәтеү тәҙрәһенең аҫтында мөхәррирләү ҡоралдары күренәсәк.
  • Көйләүҙәр битендәге «Белгертелмәһә, төҙәтеүҙәрҙе әҙ әһәмиәтле тип билдәлә» һайланмаһы асыҡ булған ваҡытта, яңы мәҡәлә яҙһағыҙ йәки булған мәҡәләне етди рәүештә төҙәтһегеҙ, мөхәррирләү тәҙрәһе аҫтындағы «Әҙ әһәмиәтле үҙгәреш» һайланмаһын ябырға онотмағыҙ. Шулай уҡ был һайланма ғәҙәттә ябыҡ булған ваҡытта, булған бер мәҡәләгә әҙ генә төҙәтеүҙәр керетһәгеҙ, мәҡәләне һаҡлар алдынан был һайланмәны билдәләргә онотмағыҙ.

«Көн һәм ваҡыт»:
Ғәҙәттә, һеҙҙең имзағыҙҙың аҙағына гринвич ваҡыты (UTC) ҡуйыла. Әгәр имзағыҙҙың эргәһендә урындағы ваҡыттың күрһәтелеүен теләһәгеҙ, гринвич ваҡыты (UTC) менән урындағы ваҡыттың айырмаһын керетегеҙ йәки, браузерығыҙ урындағы ваҡытҡа көйләнгән булһа, «Браузерҙан ал» төймәһенә баҫығыҙ. Был биттә шулай уҡ, Википедиялағы имзағыҙҙың аҙағына ҡуйыласаҡ дата форматын да һайлай алаһығыҙ.

«Башҡа көйләүҙәр»:

  • Википедияның ҡайһы бер мәҡәләләре ике-өс һөйләмдән ғибәрәт. Бындай мәҡәләләрҙе «күҙәтеү исемлегендә» башҡа төҫ менән айырып күрһәтеү өсөн «Өлгө итеп синыфландырыу өсөн иң аҫҡы сик» һайланмаһы бар. Ул юлға керетелгән һан, мәҡәләнең «тулы мәғлүмәтле» булып булмауын билдәләй (нисә билдәгә тиклем мәҡәләләр тулы мәғлүмәтле булып һаналмаясаҡтар) һәм ул мәҡәлә тейешле төҫ менән билдәләнә. Был һанды тикшереп ҡарап һайлап алығыҙ.
  • «Эстәлекте күрһәт (өстән күп башлығы булған биттәр өсөн)» һайланмаһы, оҙон мәҡәләнең бөтә башлыҡтарын күрергә ярҙам итә һәм улар буйынса кәрәкле эс бүлеккә күсергә була.

Үҙгәртеүҙәр керетелгәндән һуң «Һаҡларға» төймәһенә баҫырға онотмағыҙ.

Башҡа бүлектәрҙең көйләүҙәрен, уларҙың яҙыуҙары буйынса аңларға була.