Вирустар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вирустар

Ротавирус
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Viruses

Отрядтар
систематикала 70-кә яҡын ғаилә билдәләнмәгән, улар әлегә билдәле отрядҡа ҡарамай [1]

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ICTV  0
NCBI  10239
EOL  5006

Ви́рус (лат. virus — ағыу) —тере күҙәнәк эсендә генә үрсеү һәләтенә эйә булған, күҙәнәк төҙөлөшлө булмаған инфекция агенты.

Вирустар бөтә организмдарҙы, хайуандарҙан алып бактериялар һәм архейҙарға тиклем зарарлай (бактерия вирустарын бактериофаг тип атайҙар). Башҡа вирустарҙы зарарлаусы үтә паразит вирустарҙы сателлит-вирустар тип атайҙар.

1892 йылда Дмитрий Ивановскийҙың тәмәкенең бактериаль булмаған патогены тураһында мәҡәләһе сыҡҡас һәм 1898 йылда Мартин Бейеринктың тәмәке вирусы мозаикаһын асҡандан һуң[2] 5 меңгә тиклем вирус асылған һәм ентекләп яҙылған булһа ла[3], улар миллиондан артыҡ булырға мөмкин[4].

Вирустар Ерҙә иң таралған биологик форма һәм барлыҡ экосистемала табылған[5].

Вирустарҙы микробиология бүлеге — вирусология фәне өйрәнә.

Вирустарға дөйөм ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

-Улар тереклек төҙөлөшенең иң ябай һәм иң элементар кимәленә генә эйә, йәғни молекулаларҙан (Нулеин кислоталары, аҡһымдар) ғына торған йәшәү формаһы.

-Күҙәнәк төҙөлөшенә эйә булмағас, үҙ аллы тереклек үҙсәнлектәренә эйә түгелдәр, йәғни уларҙың матдәләр алмашыныу (метаболизм) аппараттары юҡ.

- Вирустар — йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт сигендәге йәшәү формаһы.

-Тереклек үҙенсәнлектәре күрһәтеү өсөн тере күҙәнәккә үтеп инергә һәм уның метаболизм аппаратын үҙенә буйһондорға тейеш (күҙәнәктең нәҫел программаһын бикләп, үҙенекен урынлаштырырға).

Шуның өсөн, барлыҡ вирустар — паразиттар .

Вирустар — күҙәнәк эсендә генетик кимәлдә паразитлыҡ ҡылыусы йәшәү формаһы.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вирустарҙың генетик төрлөлөгө
Үҙсәнлектәре Параметрҙары
Нуклеин кислотаһы
  • ДНК
  • РНК
  • ДНК-лы һәм РНК-лы ( йәшәү циклының стадияларында )
Форма
  • Линия формаһында
  • Ҡулса формаһында
  • Сегментлы
Количество цепей
  • Бер сылбырлы
  • Ике сылбырлы
  • Ике сылбырлы ер сылбырлы фрагментары менән
Полярлыҡ
  • Ыңғай полярлыҡ (+)
  • Кире полярлыҡ (−)
  • Икеләтә полярлыҡ (+/−)

Күп кенә бактериофагтарҙың формаһы эшләпәнән һәм үҫентенән тора, сәсәк ауыруы вирустары – туры мөйөшлө, герпес һәм грипптыҡы – шар һамаҡ, бәрәңге мозаик ауыруы вирустарының формаһы – еп һымаҡ.

Вириондарҙың ҙурлығы 15-350 нм (ҡайһы бер еп һымаҡ вирусларҙың оҙонлоғо 2000 нм-ғаа етә); электрон микроскопта күренәләр.

Химик составы буйынса вирустарҙы ябай һәм ҡатлаулы төрҙәргә бүләләр. Ябай вирустар нуклеин кислотаһынан һәм аҡһым тышсаһы - капсидтан тора.

Ҡатлаулы вирустарҙа капсид аҡһымдары һәм нуклеин кислотаһынан башҡа липидтар һәм аҡһым-ферменттар бар.

Нуклеин кислотаһының һәр ваҡыт нәҫеллек мәғлүмәтен таратыусы бер тибы була (ДНК, йәки РНК, шуға күрә барлыҡ вирустарҙы ла ДНК-һы йәки РНК-һы булғандарға бүләләр). Күҙәнәктәрҙә үрсейҙәр.

Тереклек итеү рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вирустар 2 формала йәшәй: уянмаған хәлдә йәки күҙәнәктән тыш (вирус киҫәксектәре, йәғни вириондар) һәм репродуктив хәлдә, йәғни күҙәнәк эсендә. Вириондарҙың формаһы төрлө.

Тәбиғәттә вирустар һәр ерҙә осорай, йоҡтороусылар ярҙамында йәки механик рәүештә тарала ала.

Күҙәнәк эсе паразиттары булараҡ, вирустар кешеләрҙәге күп кенә ауырыуҙарҙы (сәсәк, грипп, ҡыҙылса, полиомиелит һ.б.) килтереп сығаралар.

Күп кенә хайуандарҙы зарарлаусы полипатоген (ҡотороу ауырыуы, Ауески ауырыуы вирустары) һәм монопатоген вирустар (сусҡаларҙа тағун (чума), тауыҡтарҙа инфекцион ларинготрахеит ауырыуҙарын килтереп сығарыусы вирустар) бар.

Үҫемлек вирустары, башлыса, һурыусы бөжәктәр, талпандар, нематодалар һәм ҡайһы бер түбән төҙөлөшлө бәшмәктәр — тамыр паразиттары зооспоралары менән, ҡайһы берҙәре ауырыу үҫемлек орлоҡтарынан тарала.

Фагтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 — баш өлөшө, 2 — ҡойроҡ, 3 — Нуклеин кислоталары, 4 — капсид, 5 — «воротничок», 6 — ҡойроҡ өлөшөнең аҡһым тышлығы(чехол), 7 — ҡойроҡтың фибриллаһы , 8 — сәнскеләре (шипы), 9 — базаль пластинка

Шулай уҡ бактериялар күҙәнәктәрендә тереклек итергә яраҡлашҡан вирустар ҙа күп. Уларҙы бактериофагтар йәки фагтар (гр. «фагос» — ашаусы) тип атайҙар.

Бактериофагтар бактерия күҙәнәктәрен тулыһынса тарҡата. Шуның өсөн дә бактериаль ауырыуҙарҙы, мәҫәлән дизентерияны, ҡорһаҡ тифын, ваба ауырыуҙарын, дауалау өсөн файҙаланылыуы мөмкин.

Эсәк таяҡсаларының күҙәнәгенә урынлашҡан бактериофаг формаһы буйынса сүмесбашты хәтерләтә. Бактериофагтың кәүҙәһе баштан, ҡойроҡтан һәм бер нисә ҡойроҡ үҫентеләренән тора. Баш һәм ҡойроҡ өлөшө тыш яҡтан аҡһымлы тышса менән ҡапланған. Баш өлөшөнөң эсендә ДНК урынлашҡан, ә ҡойроҡ өлөшөнөң эсенән канал үтә.

Бактериофаг эсәк таяҡсаһының күҙәнәгенә үтеп инә. Тәүҙә ул уның өҫтөнә йәбешә һәм бактерия күҙәнәгенең тышсаһын эретеп шул урында тишеи эшләй. Артабан бактериофагтың ДНК-һы бактерия күҙәнәгенә этеп индерелә.

Унан бактериофаг менән ағыуланған эсәк таяҡсаһының ДНК-һына блок ҡуйыла. Хәҙер инде бактерия күҙәнәгендә эсәк таяҡсаһының ДНК-һы түгел, бактериофагтың ДНК-һы синтезлана башлай.Аҙаҡ килеп, бактерия һәләк була.

Covid-19[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытай вирус — ғаилә вәкилдәренә ҙур коронавирус (coronaviridae), күпмөйөштәр шиповидный таж рәүешендә үҙенсәлеге булып тора. Нәҡ улар кеше организмының үҙенсәлекле күҙәнәктәр фрагметтар фиғылындағы булыуын билдәләне механизмы индерелә.[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Таксономия вирусов на сайте Международного комитета по таксономии вирусов (ICTV)
  2. Dimmock, 2007, p. 4
  3. Dimmock, 2007, p. 49
  4. Breitbart M., Rohwer F. (2005). «Here a virus, there a virus, everywhere the same virus?». Trends Microbiol 13 (6): 278—284. DOI:10.1016/j.tim.2005.04.003. PMID 15936660.
  5. Edwards R. A., Rohwer F. (2005). «Viral metagenomics». Nat. Rev. Microbiol 3 (6): 504—510. DOI:10.1038/nrmicro1163. PMID 15886693.
  6. Коронавирус нисек эшләй?

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Букринская А. Г. Вирусология. — М.: Медицина, 1986. — 336 с.
  • Общая вирусология: В 2 т. М., 1982.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]