Воевода

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

ВоеводаРәсәй өйәҙҙәрендәге (городовой йәки өйәҙ воеводаһы; 16 быуат урталарынан — 1708 йылғаса) һәм провинцияларындағы (провинция воеводаһы; 1719—75) юғары хөкүмәт чиновнигы.

Мәскәү воеводаһы. XVII быуат

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә]

Юғары һәм үҙәк дәүләт власы органдары (Баярҙар думаһы һәм приказдар; Сенат һәм Дәүләт коллегиялары) тарафынан тәғәйенләнгән һәм контролдә тотолған; административ‑хужалыҡ, хәрби, суд, сик буйы өйәҙҙәрендә һәм провинцияларында шулай уҡ дипломатик вәкәләттәргә эйә булған. Тәғәйенләнгәндә вазифалары күрһәтелгән наказ алған.

Беренсе телгә алыуҙар[үҙгәртергә]

18 быуаттың 1‑се сирегендә провинция В. комендант йәки обер-комендант тип аталған.

Башҡортостанда воеводалар[үҙгәртергә]

1586 й. алып Башҡортостандың Верхотур, Тубыл, Төмән, Чердын өйәҙҙәре һәм Өфө өйәҙе составында булған биләмәһенә Верхотур, Тубыл, Төмән, Чердын һәм Өфө воевода идара иткән, улар Разряд приказына, Себер приказына һәм Ҡазан һарайы приказына буйһонған. Өфө В. күсмә халыҡтарҙы Рәсәй подданныйлығына ҡабул итеү, шулай уҡ үҙҙәренә буйһонған биләмәләрҙә хәрби операциялар башлау һәм алып барыу хоҡуғына эйә булған. 1712—15 йылдарҙа (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1719) Өфө провинцияһы ойошторолғандан һуң, Өфө провинция воеводаһы вазифаһы булдырыла, уның эшмәкәрлеген Сенат (формаль йәһәттән 1728 йылға тиклем Ҡазан губернаторы), 1735—40 йылдарҙа — Башҡорт эштәре комиссияһы һәм Ырымбур комиссияһы Ырымбур экспедицияһы начальнигы, 1744 йылдан алып Ырымбур губернаторы контролдә тота.

Билдәле булған Өфө провинция воеводалары[үҙгәртергә]

  • Бахметев И. (1715—?)
  • Шеховский И. (?—1727)
  • Бутурлин П.И. (1728—?)
  • Кошелев П.Д. (?—1735)
  • Мерзлюкин Н.М. (1735 й. алып)
  • Шемякин С.В. (1736—38)
  • Воейков П. (1740)
  • Аксаков П.Д. (1740—44)
  • Мещерский Ю. (1754—?)
  • Матюнин (1762—?)
  • Новиков Ф.И. (1763 й. алып)
  • Спиридов И.В. (1764 й. алып)
  • Борисов А.Н. (1770 й. алып)
  • Татаринов И. (1778—81).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Муратова В.Н. Воеводский аппарат управления в Башкирии во второй половине XVI — XVIII в. //Социально-экономическое и политическое развитие Башкирии в конце XVI — начале XX в. Уфа, 1992.
  • Успенский, Гаврила. Опыт повествования о древностях русских. Харьков, 1818.
  • Алексушин Г. В. Во главе Самары. Самара: Самарский дом печати, 1999.
  • Семенов О. В. Становление и эволюция системы местного управления на Урале во второй половине XV — первой половине XVII в. Екатеринбург, 2006.
  • Наказы Сибирским воеводам в XVII веке. Исторический очерк. Составил преподаватель Ташкентской женской гимназии Кулешов В. Издание второе, иждивением Г. В. Юдина. Типография Я. А. Иванченко. Болград. 1894.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]