Вулкан
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Стратовулкандың барлыҡҡа килеү механизмы
Вулкан — Ер йәки башҡа планета ҡабығында магма урғылып сығып, барлыҡҡа килгән геологик ҡатлам. «Вулкан» һүҙе боронғо Римдең ут аллаһы исеменән барлыҡҡа килгән. Вулкандарҙы вулканология һәм геоморфология фәне өрәнә.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Вулкан әүҙемлеге
Әүҙемлеге буйынса вулкандар янар, йоҡлаған һәм һүнгән вулкандарға бүленә. Янар вулкан тип тарихи дәүерҙә йәки голоцен (ru:голоцен) дәүерендә урғылған вулкандарҙы атайҙар. Йоҡлаған вулкан тип урғылыуы ихтимал булған вулканды әйтәләр, урғылыуы шикле булған вулкандар һүнгән вулкан тип иҫәпләнә. Вулканологтар араһында вулкан әүҙемлеген билдәләү буйынса берҙәм фекер юҡ. Вулкандың әүҙем осоро бер нисә айҙан миллион йылдарға һуҙылыуы мөмкин. Ҡайһы бер вулкандар бер нисә мең тиҫтә йыл буйы урғылгандар, хәҙер әүҙем түгелдәр.
[үҙгәртергә] Ҡыҙыҡлы факттар
- 1963 йылда вулкан урғылыуҙан Исландияның көньяғында Суртсей утрауы барлыҡҡа килә.
- 1883 йылда Индонезияла Кракатау вулканы урғылыуы тарихта ишетелгән иң көслө тауыш сығара. Уның тауышы 4800 км алыҫлыҡта ишетелә. Тауыш тулҡындары Ерҙе 5 көн эсендә 7 мәртәбә урап сыға. Вулкан 36 000 ғүмерҙе өҙә, ер йөҙөнән 165 ауылды юҡ итә. Вулкандан һүң барлыҡҡа килгән цунами 132 ауылға зыян килтерә. Был вулкан 1927 йылдан һүң урғылып Анак Кракату (Бала Кракату) утрауын барлыҡҡа килтерә.
- Гавай архипелагындағы Килауэе вулканы бөгөнгө көндә иң әүҙем вулкан. Вулкан 1983 йылда урғыла башлаған һәм бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә.
- Тайваньда янар вулкан булыуы асыҡланған. Элегерәк 20 000 йыл элек һүнгән тип иҫәпләнгән булһа, хәҙер бары тик 5 000 йыл элек һүнгән тип иҫәпләнә.
- 2010 йылда Эйяфьядлайёкюдль вулканы атылыуы Европала 60 меңләп һауа рейсын ғәмәлдән сығара.
[үҙгәртергә] Вулкан урғылыуҙар
[үҙгәртергә] XXI быуат
- 2010 йыл, 21 март —Эйяфьядлайёкюдль вулканы, Исландия утрауы
[үҙгәртергә] XX быуат
- 1902 йыл, 24 октябрь — Гватемала, Санта-Мария вулканы
- 1931 йыл, 13-28 декабрь, Индонезия, Ява утрауы, Мерапи вулканы
- 1951 йыл, 21 ғинуар, Яңы Гвинея, Ламингтон вулканы
- 1985 йыл, 14-16 ноябрь, Колумбия, Невадо-дель-Руис вулканы
- 1991 йыл, 10-15 июнь, Филиппиндар, Лусон утрауы, Пинатубо вулканы
[үҙгәртергә] Ҡарағыҙ
- Эйяфьядлайёкюдль вулканы