Вулканизация

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Вулканизация — каучукты резинаға әүерелдереү.

Вулканизация ваҡытында каучук макромолекулалары арҡыры химик бәйләнештәр ярҙамында 3 үлсәмле вулканизацион селтәргә “ҡорола”; һөҙөмтәлә уның ныҡлығы, йылыға һәм һыуыҡҡа бирешмәүсәнлеге, һығылмалылығы һ.б. арта. Каучук һәм төрлө ингредиенттар (Вулканизация активаторҙары һәм тиҙләткестәре, тултырғыстар һ.б.) ҡатышмаһын көкөрт (көкөртлө В.), органик пероксидтар, синтетик ыҫмалалар, металл оксидтары һ.б. м н юғары т раға еткереп (термохимик); ҡайһы берҙә ионлы нурланыш тәьҫирендә (радиацион) үткәрелә. Башҡортостанда 20 б. 40 сы йй. башынан көкөртлө В. Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводында — бутадиен һәм тәбиғи каучук, 50 се йй. аҙағынан хлоропрен һәм нитриль каучуктар, бутилкаучук һ.б. нигеҙендә төрлө резиналар һәм резина-техник изделиелар алыуҙа төп технологик процесс булып тора. 60 сы йй. — пр тиела хлоропренлы каучуктарҙы цинк һәм магний оксидтары м н Вулканизация, 90 сы йй. башынан цис-изопрен, этилен-пропилен каучуктарҙы ҙур тиҙлектәге электрондар ағымы тәьҫирендә Вулканизация үҙләштерелә. Изопрен, бутадиенстирол, кремний-органик каучуктар нигеҙендәге ҡатышмаларҙың термохимик В. технологияһы кабелдәрҙе һәм электр сымдарын изолятор м н ҡаплау өсөн япмалар (мәҫ., “Уфимкабель” ААЙ нда), резина деталдәр (ӨМЭПБ, “БЭТО”) етештереү өсөн һәм автомобиль камераларын ремонтлау пункттарында ҡулланыла.