Габриэль Гарсиа Маркес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Габриэль Гарсиа Маркес
Gabriel García Márquez
Gabriel Garcia Marquez.jpg
Тыуған көнө:

6 март 1927(1927-03-06)

Тыуған урыны:

Аракатака, Магдалена, Колумбия

Вафат көнө:

17 апрель 2014(2014-04-17)

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы-прозаик, журналист, шәрехсе, сәйәси эшмәкәр

Йүнәлеше:

магик реализм

Ижад теле:

испан

Премиялары:

Нобель премияһы — 1982 Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы, 1982

Наградалары:

Почёт ордены

Имзаһы:

Имза

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Габриэль Хосе де ла Конкордиа «Габо» Гарсиа Маркес (исп. Gabriel José de la Concordia "Gabo" García Márquez, әйтелеше:[ɡaˈβɾjel ɡarˈsia ˈmarkes], 1928 йылдың 6 марты[1], Аракатака, Колумбия17 апрель 2014, Мехико, Мексика[2]) — билдәле колумбия яҙыусы-прозаигы, журналист, шәрехсе һәм сәйәси эшмәкәр, 1982 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты. «Магия реализмы» әҙәби йүнәлешендә яҙа.

Биография[үҙгәртергә]

Габриэль Гарсиа Маркес 1927 йылдың 6 мартында Колумбияла, Магдалена департаментындағы Аракатака ҡалаһында тыуған. Бала сағында әсәһе яғынан олатаһы менән өләсәһендә тәрбиә ала. Тап шулар йоғонтоһонда буласаҡ яҙыусы ижадының төп элементы булған тылсым һәм магик ышаныуҙарға, халыҡ ауыҙ-тел ижадына булған тәрбиә бирәләр.

1940 йылда, 12 йәшендә Габриэль стипендия ала һәм Боготанан 30 саҡрым йыраклыҡта урынашҡан Сипакира ҡалаһының иезуит колледжында уҡый башлай. 1946 йылда, ата-әсәһенең баҫымы аҫтында Богота Милли университетының юридик факультетына уҡырға инә. Шул ваҡытта ул буласаҡ кәләше Мерседес Барча Пардо менән дә таныша.

Үҙенең уҡыуын 1950 йылда ваҡытыннан алда туҡтатып, ул тормошон журналистикаға һәм әҙәбиәткә бағышларға ҡарар итә. Уға бигрәк тә Эрнест Хемингуэй, Уильям Фолкнер, Джеймс Джойс һәм Вирджиния Вульф, Франц Кафка кеүек әҙиптәр йоғонто яһай.

1954 йылдан һуң Маркес «Эль Эспектадор» газетаһында ҡыҫҡа мәҡәләләр һәм фильмдарға рецензиялар яҙып, хеҙмәт итә. Хәбәрсе вазифаһында уны Италия, Польша, Франция, Венесуэла һәм АҠШҡа ебәрәләр. 1957 йылда 30 йәшлек Гарсиа Маркес Мәскәү йәштәр һәм студенттар фестивалендә корреспондент була. Уның был турала иҫтәлектәре «СССР: кока-колаға рекламаһыҙ 22 400 000 квадрат саҡрым!» тигән эссела бирелгән. 1959 йылда Нью-Йоркта Маркестың улы тыуа.

Параллель рәүештә Гарсиа Маркес хикәйәләр һәм киносценарийҙар иҗад итеп, яҙыусылык менән дә шөғөлләнә. 1961 йылда уның «Полковникка бер кем дә яҙмай» (El coronel no tiene quien le escriba) повесы, 1966 йылда «Хәйерһеҙ сәғәт» (La mala hora) романы сыға. Ә бөтөн донъяға билдәле булыуҙы уға «Йөҙ йыл яңғыҙлыҡ» романы килтерә. (1967).

1989 йылда табибтар яҙыусының үпкәләрендә яман шеш табалар. 1992 йылда операция яһағас, ауырыуы сәләмәтләнә. Тик сәләмәтлеге менән ҡыйын хәлдәр дауам итә. 1999 йылғы медицина тикшерүенән һуң унда яман шештең башҡа формаһы – лимфома табыла. Шуннан һоң яҙыусыға АҠШ һәм Мексикала ике ҡатмарлы операция һәм оҙаҡ дауаланыу курсы үтергә тура килә.

2002 йылда Гарсиа Маркес биографик трилогияһының беренсе китабын — «Тормош тураһында һөйләр өсөн йәшәү» нәшер итә, ул испан телле донъяла бестселлерга әйләнә һәм ул «магик реализм» жанрында яҙылған.

2006 йылдың 26 ғинуарында Маркес Фрей Бетто, Эдуардо Галеано, Пабло Миланес, Эрнесто Сабато һәм башҡалар менән бергә Пуэрто Рикоға үҙаллылҡ биреүҙе талап итеп сығыш яһай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]