Галактика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
NGC 4414, Вероника сәстәре йондоҙлоғондағы спираль галактика, диаметры ≈17 Кпк, Ерҙән ≈20 Мпк алыҫлыҡта

Гала́ктика (бор. грек. Γαλαξίας — һөтлө) — гигант, ҡара материя, йондоҙ-ара газ һәм туҙан, йондоҙҙарҙың гравитация көсө менән бәйле гигант системаһы. Галактика составындағы барлыҡ объекттар дөйөм масса үҙәге тирәләй хәрәкәт итә[1][2][3].

Масса һәм үлсәме[үҙгәртергә]

Галактиканың магнит ҡыры бар, уны ғәйәт ҙур энергия кисәксектәре ағымы — космик нурҙар киҫеп үтә. Галактика йондоҙҙары ҡатлаулы һәм шаҡтай төҙөк фигура хасил итеп, уның үҙәге шар һымаҡ ҡалынайып торған яҫы диск рәүешендә күренә.

Галактиканың диаметры 100 меңгә яҡын яҡтылык йылын тәшкил итә (1 яҡтылык йылы — яҡтылык 1 йылда уҙған ара). Диск йондоҙҙарҙың сферик ассистемаһы (гало) менән әйләндереп алынған, уның радиусы 70 мең яҡтылык йылы самаһы. Үҙәк өлкәнән диск ситтәренә табан ғәйәт ҙур спираль тармактар һуҙылған. Галактиканың айырыуса яҡты йондоҙҙары күберәк шуларҙа тупланған. Ҡояш системаһы Галактика дискының симметрия яҫылығында тиерлек, үҙәктән радиустың өстән ике өлөшө самаһы йыраҡлыкта урынашҡан. Ерҙән күҙәтеүсе дискты «ҡабырға» йүнәлешендә ҡараһа, йондоҙҙарҙың тоташ таҫма булып яҡтырып тороуын, бөтә күкте солған алған Ҡош юлы (Галактиканың икенсе исеме) хасил итеүен күрә. Галактиканың массаһы бик ҙур, сама менән 3•10 41 кг.

Формаһы һәм составы[үҙгәртергә]

Ҡояш Галактика үҙәге тирәләй 220 млн йыл эсендә әйләнеп сыға. Галактиканың йолдозҙҙар составы ғәйәт күп төрлө. Йондоҙҙарҙың айырым төркөмдәре йәше, химик составы, торошө һәм Галактика үҙәге тирәһендә әйләнеү рәүеше менән бер-берһенән бик ныҡ айырыла. Шул сифатламаға ҡарап, Галактикалағы йондоҙҙар гало, йоҡа диск, ҡалын диск кеүек өс ассистемаға бүленә. Гало ассистемаһын 13—15 млрд йәштәге иң ҡарт йондоҙҙар тәшкил итә. Уларҙа ауыр элементтар Ҡояштыҡына ҡарағанда бер ярым - өс мәртәбә аҙыраҡ һәм улар һуҙынҡы орбита буйынса хәрәкәт итә. Гало үз эсенә тиҫтә меңдәрсә йондоҙҙо эсенә алған гравитацион бәйләнештәге системаларҙы — шар һымаҡ йолдоҙ тупланышларын ала. Ҡояш йоҡа диск (уның ҡалынлығының яртыһы 1 мең яҡтылык йылынан артмай) ассистемаһына керә. Был ассистемалағы йолдыҙҙар 9 млрд. йәштән дә ҡарт түгел, улар араһында бөтенләй йәш, бер нимә млн. йәштәге йондоҙҙар ҙа осрай. Был хәл Галактикала йондоҙҙар яһалыу дауам итүен раҫлай. Йоҡа диск ассистемаһындағы йондоҙҙарҙың химик составы Ҡояштыҡы кеүегерәк, улар Галактика үҙәге тирәләй түңәрәккә яҡын орбиталар буйынса хәрәкәт итәләр. Был ассистемага йөззәрсә, меңдәрсә йондоҙҙарҙы, ҡайнар йондоҙҙарҙы, пульсарҙарҙы, рентген һәм гамма нурҙары сығанаҡтарын, йондоҙ-ара газ һәм туҙан болоттарын эсенә алған тарҡау йондоҙ тупланмалары керә. Ҡалын дисктағы йондоҙҙар төркөмө (диск ҡалынлығының яртыһы 6 мең яҡтылыҡ йылы самаһы) фәзалағы торошо буйынса уртала, әмма йәше (12—13 млрд йыл) менән ул йоҡа диск йондоҙҙарына ҡарағанда галога яҡыныраҡ.

Галактиканың төзөлөшөн хәҙергесә күҙаллау XX быуаттың 20—30-сы йылдарында Америка астрономдары Х. Шепли һәм Р. Трюмплер тикшеренеүҙәре нәтижәһендә формалаша башлай.Спираль тармактар булыуын 1951 йылда Америка ғалимдәре У. Морган, С. Шарплесс һәм Д. Остерброк иҫбатлай. Галактиканың үҙәк өлкәһенең беренсе һүрәттәрен 1948 йылда совет ғалимдәре В.Б. Никонов, А.А. Калиняк һәм В.И. Красовский инфракыҙыл нурҙарҙа төшөрөп алалар. XX быуаттың 40-сы йылдарында немец астрономы В.Г. Бааде, совет ғалимдәре Б.В. Кукаркин һәм П.П. Паренаго Галактикала төрлө йондоҙ төркөмдәре булыу концепцияһын үҫтерәләр.

Ҡазан университетында Галактиканы өйрәнеү эштәре XIX быуаттың 50-се йыллдарында башлана. 1859 йылда М.А. Ковальский Галактиканың әйләнеше тураһындағы идеяны беренсе булып әйтә һәм фазала Ҡояш хәрәкәтен билдәләү ысулын тәҡъдим итә. Уға бәйһез рәүештә Америка астрономы Д.Б. Эри ла шул ук ысулды тәҡъдим итә (Ковальский-Эри ысулы). XX быуттың 20-се йылданда ғына күҙәтеүҙәр нәтижәсендә Галактиканың әйләнеше раҫлана, 1927 йылда Нидерланд (Голландия) астрономы Я. Оарт Галактиканың әйләнешен тулыһынса иҫбатлай. Ҡазан галимы Ш.Т. Хәбибуллин (1948, В.П. Энгельгардт исемендәге Астрономия обсерваторияһы) Галактикала йондоҙҙар таралыу тығыҙлығын бер нисә йүнәлештә тикшерә. Шунан һуң 1950—80 йылдарҙа Галактикалағы спираль тармаҡтарның торошон һәм рәүешен асыҡлау буйынса тикшеренеүҙәр циклы башлана. 2000 йылда Ҡазан ҡала астрономия обсерваторияһы тарафынан ҡалын дисктағы йондоҙҙар төркөмөнөң, гало төркөмөндәге йондоҙҙар кеүек үк, ҡарт булыуын раҫлаған күҙәтеү мәғлүмәте алына.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Морочник Л.С., Сучков А.А. Галактика. М., 1984; Физика космоса: Маленькая энцикл. М., 1986.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Sparke L. S., Gallagher III J. S. [1] = Galaxies in the Universe: An Introduction — 2. — Cambridge University Press, 2007. — 442 с. — ISBN 0521671868.Yes check.svg 2011
  2. Засов и Постнов, 2006, с. 290
  3. Кононович Э. В., Мороз В. И. 11.1. Объекты, принадлежащие нашей Галактике // Общий курс астрономии / Иванов В. В. — 2. — М: Едиториал УРСС, 2004. — С. 433. — 544 с. — 3000 экз. — ISBN 5-354-00866-2.Yes check.svg 2011