Галофиттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Галофиттар[1] (гр. hals — тоҙ һәм …фит) — татырлы тупраҡта үҫеүгә яраҡлашҡан үҫемлек.

Бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галофиттар 3 төркөмгә бүленә:

  • эвгалофит
  • киногалофит
  • гликогалофиттар.

Биологик яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эвгалофиттар, йәки ысын галофиттар, күпселектә итләс япраҡлы һәм һабаҡлы, күҙәнәктәренең цитоплазмаһы юғары тоҙлолоҡҡа бирешмәй, татырлыҡтарҙа үҫә (татырлан, шведка һ.б.). Киногалофиттар махсус биҙҙәр ярҙамында артыҡ тоҙҙо япраҡ өҫтөнә бүлеп сығара, ҡоро далала үҫә (татыр үләне, франкения һ.б.). Гликогалофиттарҙың тамыр системаһы тоҙҙо насар үткәрә, тоҙлолоғо бик юғары кимәлдә булмаған тупраҡта (билсән, ланцет япраҡлы юл япрағы) йәки тоҙло тупраҡта үҫә (татыр әреме).[2].

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галофиттар тупраҡ тоҙлолоғоноң биологик индикаторы булып тора. Мал аҙығы үҫемлектәре (мамығүлән, ҡайын еләге клеверы, Невский арпаһы һ.б.), һаҙ һарыгүҙе — дарыу үҫемлеге. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына Г. үҫемлектәрҙең 20-гә яҡын һирәк төрө (һаҙ һарыгүҙе, каспий татыр үләне, керпексәле тоҡортаж, ыҫпай һуған, кершәнләнгән франкения һ.б.; реликттар — ятыусан бабасыр уты, һаҡаллы йәнтиана, тамырсалы һуған; эндемиктар — Крашенинников юл япрағы, Коржинский татлы тамыры) индерелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]