Генрих Герман Роберт Кох
| Генрих Герман Роберт Кох | |
| Heinrich Hermann Robert Koch | |
| Тыуған: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: | |
| Үлгән: | |
| Вафат урыны: | |
| Ил: | |
| Фәнни даирә: | |
| Эшләгән урыны: |
Берлин университеты, Гигиена институты |
| Альма-матер: | |
| Билдәле уҡыусылары: | |
| Танылыу алған өлкәләр: |
туберкулёзды өйрәнеүсе |
| Наградалары һәм премиялары |
|
Ге́нрих Ге́рман Ро́берт Кох (нем. Heinrich Hermann Robert Koch; 11 декабря 1843, Клаусталь-Целлерфельд — 27 май 1910, Баден-Баден) — немец микробиологы. Түләмә (сибирская язва) бациллаһын, холера вибрионын, туберкулёз таяҡсыһын асыусы. 1905 йылда туберкулёз таяҡсаһын өйенгән өсөн Нобель премияһы менән бүләкләнә.
Роберт Кох 1843 йылдың 11 декабрендә Клаусталь -Целлерфельде ҡалаһында Герман һәм Матильды Генриеттызз Кох ғаиләһендә тыуа. Ун өс балалы ғаиләлә өсөнсө бала була. 1848 йылда башланғыс мәктәпкә бара. Башланғыс меҡтәпте тамамлағас, Клаусталя гимназияһында уҡыуын дауам итә. Бала саҡтан медицина менән ҡыҙыҡһыныуы уны Геттинген университетына алып килә. Врач дипломын алып дауалау эше менән шөгөлләнә, һуңынан санитария врачы булып китә.
28 йәшенә ҡатына микроскоп бүләк итә. Ошо мәлдән һуң Кох дауалак эшен ташлап, көндәр буйы микроскопҡа ҡарап тикререүҙәр үткәрә. Бының өсөн сысҡандар үрсетә. Иң тәүҙә түләмә (сибирская язва) менән сирләтеүсе бациланыҡ тереклек итеү һәм йоғоу юлдарын өйрәнә. Күп тә үтмәй туберкулёз бицилаһын таба.
Микробтарҙы өйрәнеүгә талантлы ғалим баһалып бөткөһөҙ өлөш индерә. Ул микробиологияға нигеҙ һалыусы булап иҫәпләнә.
Роберт Кохтың фәнни эҙләнеүҙәре Берлин университетында һәм үҙе ойошторған Гигиена университетында алып барыла.
Миллионлаған кешене үлемдән ҡотҡарып ҡалған хеҙмәте —туберкулёз таяҡсаһын асҡан өсөн1905 йылда Нобель премияһы бирелә.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Тыуғандар 11 декабрь
- Тыуғандар 1843 йылда
- Клаусталь-Целлерфельд тыуғандар
- Вафаттар 27 май
- Вафаттар 1910 йылда
- Баден-Баден вафат булғандар
- Кавалеры ордена Красного орла Большой крест
- Pour le Mérite ордены кавалерҙары
- Википедия:Портреты булмаған ғалим тураһында мәҡәлә