Георг Фридрих Һендель
| Георг Фридрих Һендель Georg Friedrich Händel |
|
Георг Фридрих Һендель (1733) |
|
| Төп мәғлүмәттәр | |
|---|---|
| Тыуыу датаһы | |
| Тыуыу урыны | |
| Вафат булыу датаһы | |
| Вафат булыу урыны | |
| Ил | |
| Һөнәрҙәре |
композитор, органсы, клавесинсы |
| Ҡоралдары | |
| http://gfhandel.org | |
- "Һендель" бите бында йүнәтелә.
Геóрг Фри́дрих Һе́ндель (нем. Georg Friedrich Händel, ингл. George Frideric Handel; 23 февраль, 1685, Һалле — 14 апрель, 1759, Лондон) — алман (немец) барокко эпохаһы композиторы , опералары, ораториялары һәм концерттары менән билдәле. Германияла Йоһан Себастьян Бах һәм Доменико Скарлатти менән бер йылда тыуған. Музыкаль белемде һәм тәжрибәне Италияла алған, шунан Лондонға күсенгән, артабан Британия гражданлығына күскән. Иң билдәле әҫәрҙәре иҫәбенә «Мессия», «Һыу өҫтөндә музыка» һәм « Король фейервергы өсөн музыка» инә.
Йөкмәткеһе |
Биография [үҙгәртергә]
Ижадының тәүге йылдары [үҙгәртергә]
Сығышы [үҙгәртергә]
Һенделдәрҙең ғаиләһе Саксонияға XVII быуат башында күсенгәнгә оҡшаған. Композиторҙың атаһы Валентин Һендель Бреслауҙа баҡырсы булған; Һаллела ул баҡырсы оҫта Сэмюэля Бейчлингтың ҡыҙына өйләнгән[1]. Улы, Ҡалып:Iw Саксонияның Брандербург судында хеҙмәт иткән һарай цирюльнигы—хирург һәм Һалленың хөрмәтле гражданы булған. Георгтың икенсе никахынан тәүге улы Георг Фридрих тыуғанда уға 63 тулған инде[2].
Георг Фридрихтың әсәһе Доротея рухани ғаиләһендә үҫкән. Атаһы, ике туғаны чуманан үлемесле ауырыу булғанда ул ғаиләһенән бер ҡайҙа ла китмәй, яҡындары янында ҡалған [3]. Георг һәм Доротея 1683 йылда Бранденбург электоратында никахҡа ингән [1]. Һенделдең ата-әсәһе бик динле кешеләр булған һәм XVII быуат буржуаз йәмғиәтенә хас тормош рәүеше алып барғандар[3].
Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Halle — A Cradle of a European Composer (en). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 май 2012. 25 март 2012 тикшерелгән.
- ↑ Georg Händel (1622-97): the barber-surgeon father of George Frideric Handel (1685-1759). (en). British Society for the History of Medicine, Cambridge. 11 март 2012 тикшерелгән.
- ↑ 3,0 3,1 Rolland, 1916, p. 2