Геохимия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Геохимияерҙең химик төҙөлөшө, химик элементтарҙың геосферала таралыуы, күсеп йөрөүе (тупланыуы һәм тарҡалыуы) тураһыдағы фән.

Бүленеше[үҙгәртергә]

Аналитик, физик, изотоп геохимия, биогеохимияға, литосфера, гидросфера, атмосфера, метаморфизм, магматизм, мәғдән барлыҡҡа килеү, ландшафтар һ.б. геохимияға бүләләр. Химик элементтарҙың таралыуы уларҙың ер ҡабығындағы, диңгеҙ һыуындағы, метеориттарҙағы һ.б. уртаса күләменең (кларктар) дәүмәле менән билдәләнә.

Башҡортостанда[үҙгәртергә]

Ул файҙалы ҡаҙылмаларҙы геохимик эҙләү ысулдарының, һыу ресурстарын баһалауҙың, экологик мониторинг үткәреүҙең нигеҙе булып тора. Башҡортостанда геохимик тикшеренеүҙәр үҫеше колчедан мәғдәненең барлыҡҡа килеү процесын һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарындағы (Мәғдән ятҡылыҡтары геохимияһы) мәғдән составын өйрәнеүгә; нефть ятҡылыҡтарын асыуға һәм өйрәнеүгә бәйле. 20 быуаттың 30‑сы йылдары уртаһында «Востокнефть» («БашНИПИнефть») тресының Үҙәк нефть эшкәртеү лаб. нефть һәм газ ятҡылыҡтарындағы һыуҙарҙың, битумдарҙың һәм нефттәрҙең Г. б‑са тикшеренеүҙәр башлана (Б.Г. Логинов, Ҡ.Р. Тимерғәзин, Н.П. Егорова етәксtktutyl), төрлө йәштәге нефтле тоҡомдарҙың характеристикалары өйрәнелә, төрҙәре асыҡлана (Н.С. Страхов, К.Ф. Радионова, Л.А. Гулечева һ.б.); полеозойҙың нефтле комплекстарына һәм рифей — вендтың потенциаль нефтле ҡатламдарына геохимик тикшеренеүҙәр үткәрелә; нефттең һәм ҡатлам һыуҙарының физик-химик үҙенсәлектәре буйынса белешмәләр төҙөлә (О.Д. Илеменова, Л.И. Леонова, Б.И.Лерман, Б.В. Озолин, А.М. Тюрихин, Н.С. Студенко һ.б.). Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса республика биләмәһенә геохимик районлаштырыу үткәрелә, углеводород кимәленең кәмеүе б-са төньяҡ-көнбайыш, көнбайыш һәм үҙәк өлкәләр айырып күрһәтелә. 50‑се йй. алып Геология институтында Башҡортостандың платформалы өлөшөндә девон осорона тиклемге ултырмаларҙа таралып ятҡан органик матдәләр геохимик яҡтан тикшерелә (М.А. Гаррис, Н.А. Зөфәрова һ.б.). 60‑сы йй. аҙ. Г. лаб. (етәкселәре А.А. Малахов, И.А. Хәйретдинов, В.М. Горожанин) термобарогеохимия (Н.А. Андриянова, А.В. Павлов һ.б.), минералдарҙың типоморфизмы (Г.И. Беликова), изотоп ысулдары м‑н (Горожанин) тикшеренеүҙәр үткәрелә; яңы фәнни йүнәлеш – электрогеохимия уйлап табыла (Хәйретдинов). Геоэкология өлкәһендәге геохимик тикшеренеүҙәр нефть ятҡылыҡтарын файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙың асыҡ алымын ҡулланып эшкәртеүгә бәйле. Нефть ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә ер өҫтөндәге һәм ер аҫтындағы һыуҙарҙың техноген бысраныу үҙенсәлектәре өйрәнелә (Озолин һ.б.). Гидрогеохимия өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Ф.А.Абдрахманов, В.Г.Попов тарафынан үткәрелә. 70‑се йй. алып тупраҡта бор, йод, кобальт, марганец, баҡыр, хром, цинк һ.б. элементтарҙың булыу законлыҡтары б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (В.К. Ғирфанов, В.В. Ковальский, Н.Н. Ряховский һ.б.). Башҡортостандың Урал аръяғы райондары тупрағында һәм тупраҡ барлыҡҡа килтереүсе тоҡомдарында — баҡыр, ҡурғаш, цинктың, Йылайыр тигеҙлегендә хромдың күп булыуы асыҡлана. Башҡорт дәүләт университетында 1988 й. алып — Хәйретдинов, 2010 й. башлап Л.Н. Белан етәкс. геохимик тикшеренеүҙәр алып барыла. Рифей — венд ҡатламдарының төҙөлөшөн һәм коллектор үҙенсәлектәрен комплекслы өйрәнеү; гидрогеология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә геохимик тишеренеүҙәр һ.б. үткәрелә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Хайретдинов И.А. Введение в электрогеохимию. М., 1980;
  • Закономерности размещения и условия формирования залежей нефти и газа Волго-Уральской области. В 8 т. Т.4. Башкирская АССР. М., 1975;
  • Абдрахманов Р.Ф., Попов В.Г. Геохимия и формирование подземных вод Южного Урала. Уфа, 2010.
  • Аблесимов Н.Е. Синопсис химии: Справочно-учебное пособие по общей химии. — Хабаровск: Изд-во ДВГУПС, 2005. – 84 с.
  • Аблесимов Н.Е. Сколько химий на свете? ч. 1. // Химия и жизнь - XXI век. – 2009. – № 5. – С. 49-52.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә]