Герпес вирусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Герпес вирусы
Herpesviridae EM PHIL 2171 lores.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Herpesviridae

Ырыу
Вирустарҙың Балтимор группаһы

I: дцДНК-вирусы

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ICTV   00.031
NCBI   10292

Герпес вирусы, ябай ге́рпес (бор. грек. ἕρπης, лат. herpes simplex) — герпес вирустары тыуҙырған һыулы күперткеләр ҡалҡыу менән билдәләнгән бер төркөм ауырыуҙар[2]; йоғошло ауырыу, герпес вирустары (ДНКлары булған Herpesviridaе ғаиләһе) килтереп сығара; тирелә, ауыҙ, танау, енси органдарҙың лайлалы тышсадарында ҡыуыҡ һамаҡ шештәр булыу менән характерлы.

Ауырыуға ҡысытыу, ауыртыуҙар, температура күтәрелеү хас. Герпес вирусы немец ғалимдәре В. Грютер (1912) һәм А. Левенштейн (1919) тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ауырыуҙың 80 -дән артыҡ төрө бар, 8 төрө, шул иҫәптән ябай герпес вирустары (енес органдарында һәм уларҙан тыш герпес вирусы) кешене зарарлай. Вирус һауа-һыу, енси юл, көнкүрештә аралашыу ваҡытында, трансфузион, шулай уҡ трансплацентар (ҡан алмаштырыу) юл менән күсә. Бер кеше бер юлы ауырыуҙың бер нисә төрө менән зарарлана ала. Организмға бер тапҡыр кергәс, вирус нерв төйөндәренә урынлаша һәм ғөмөрлөкә шунда ҡала (вирус йөрөтөүсөлек), бауыр, бөйөрҙәр, ашҡаҙаны аҫты биҙе, ашҡаҙаны-эсәк юлдарын, баш мейеһен (шизофрения ауырыуына сәбәпсе), енес органдарын зарарлай; ирҙәрдә йыш кына простатит ауырыуын килтереп сығара. Герпес инфекцияһынең яңынан ҡабатланыу ҡуркынысы бар, ауырыуҙан һуң иммунитет барлыҡҡа килмәй. Иммунопрофилактика эшләнмәгән.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Коломиец А.Г., Малевич Ю.К., Коломиец Н.Д. Многолетний герпес. Минск, 1988; Исаков В.И., Борисова В.В., Исаков Д.В. Герпес, патогенез, лабораторная диагностика: Руководство. СПб., 1999; Покровский В.В., Ермак Т.Н. ВИЧ-инфекция, клиника, лечение, диагностика. М., 2000.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Таксономия вирусов на сайте Международного комитета по таксономии вирусов (ICTV).
  2. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)