Гидронимика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Гидрони́мика (бор. грек. ὕδωρ — һыу + ὄνομα — исем) — атамаларҙың килеп сығышын һәм тарихи үҙгәрешен өйрәнүсе топонимика тармағы.

Гидронимдар - йылғалар, күлдәр, һаҙлыҡтар, шишмәләр һ.б. һыу ятҡылыҡтары исемдәре. Гидронимдар системаһы оҙон тарихи дәүер дауамында формалаша һәм үҙендә тел белеме, этнография, тарих, география һ.б. өлкәләргә ҡараған мәғлүмәттәрҙе (мәҫәлән, объекттарҙың тәбиғәт һәм хужалыҡ менән бәйле билдәләре, улар янында булған ваҡиғалар, объекттарҙың хужалары тураһында һ.б.) туплай. Төҙөлештәре яғынан гидронимдарҙың күпселеге - ике составлы. Өс, дүрт составлы атамалар ҙа осрай. Гидронимдарҙың күбеһе «исем+исем» (Минһаҗ бабай чишмәсе) һәм «сифат+исем» (Түгәрәк күл) конструкциялары менән яһала. Борынғо һәм тотроҡло лингвистик материал булараҡ, гидронимдар тарихи тикшеренүҙәр өсөн ҡиммәтле сығанаҡ булып торалар.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]