Гнейс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гнейс

Гнейс (от нем. Gneis) — кварц, шпат һәм слюданан торған тау тоҡомо[1]; метаморфик тау тоҡомо; күләмле, ғәҙәттә, гранитоид составлы, буй-буй кристаллы сланец. Ҡатнашмалары булараҡ, гранаттар, дистен һ.б. осорай. Магматик (ортогнейстар тип атылыусы вулканик) һәм ултырма (парагнейстар) тоҡомдарынан ныҡ (тирән) метоморфизмы нәтижәһендә барлыҡҡа килә. Тығыҙлыгы 2650-2870 кг/м³, көпшәклелеге 0,5-3,0 %. Кембрийғаса боронғо комплекстларда йыш осорай. Ер тарихында гнейс хасил булыу процессы 2,5 млрд. йылдар элек булған. 2,7-3,1 млрд. йыл элек хасил булған, гранат ҡатнаш эндербит-гнейслар, пироксен-плагиоклаз, амфибол-пироксен-платоклас гнейслар, биотит-амфибол плато-гнейстар осорай. Гнейстарга, мәҫәлән, һелтеләләренә, һирәк осорай торған элементтарҙың (Ta, Nb, Be һ.б.) ҙур мәғдән сығанаҡтары тура килә. Гнейс тоҡомдар, башлыса, ваҡланған таш, бут ташы алыуҙа һәм тышлау ташы булараҡ ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Русско-башкирский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 2005)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]