Гобелен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Гобеле́н (франц. gobelin), йәки шпалера — стенаға элеү өсөн төрлө һүрәт төшөрөп ҡулдан һуҡҡан йоҡа келәм[1]; биҙәү әһәмиәте юғары булған туҡыма; XVII-XVIII быуаттарҙа ҡулдан туҡылған; атамаһы кеше исеменән[2]; биҙәлеш маҡсаттарында ҡулдан туҡылган юғары сәнғәти ҡиммәткә эйә тукыма; туҡылған рәсемдәр, диуар келәмдәре һ.б. XV быуатта йәшәген Гобелен фамилияле француз буяусылары исеме менән аталған.

XX быуат сәнғәтендә «гобелен» төшөнсәһе менән Көнбайыш Европалағы классик Гобелен традициялары — шпалеранан башланғыс алған, кулдан туҡылған уникаль тематик һәм биҙәкле панноларҙы (келәмдәрҙе) атыйҙар. Гобелен сеймалы булараҡ нигеҙҙә йөн, мамыҡ һәм етен ҡулланылған. Рәссам композицияларҙы алдан ҡатырғаға төшөрөлгән эскиз нигеҙендә тукый, йыш кына рәссам үҙе үк башҡарыусы ла. Гобелен туҡыусы ҡатырғалаға рәсем буйынса ебәк һәм йөн ептәрҙән, туҡымала аралыҡ ҡалдырмай, нығытыусы арҡаулыҡ ептәр файҙаланап, горизонталь йәки вертикаль станокта ҡулдан шыма туҡыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Русско-башкирский словарь для работников по культуре (Н.Ф.Суфьянова, 2009)
  2. Русско-башкирский словарь архитектурных терминов (З.Г.Ураксин, З.А.Сиразитдинов, 2004)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]