Горчак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Горчак
Горчак
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡылсыҡлы балыҡтар
Отряд: Сазан һымаҡтар
Ғаилә: Сазандар
Төр: Горчак
Латинса исеме
Rhodeus sericeus
(Pallas, 1776)
ITIS 163607
NCBI 58327
Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 19671

Горчак[1] (лат.  Rhodeus sericeus, (урыҫ.  Обыкновенный горчак , урыҫ. Горчаки) — ҙур булмаған, оҙонлоғо 10 см тирәһе сөсө һыуҙа йәшәй торған балыҡ; Европаның төньяғында һәм Себерҙә йәшәй торған йылға балығы[2].

Аҡрын ағымлы һәм ағымһыҙ йылғаларҙың туғайлы, һыу үҫемлектәре менән ҡапланған өлөштәрендә йәшәйҙәр. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 10 см, ян-яҡтан ҡыҫылып, эре тәңкәләр менән ҡапланған. Һыртындағы йөҙгөсө 8-10 тармаҡлы нурҙан тора. Башлыса, һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Йәшәүенең икенсе йылында енси яҡтан өлгөрөп етә, ыуылдырыҡ сәсеү яҙғы-йәйге айҙарға тура килә. Шул ваҡытҡа инә балыҡтарҙың ыуылдырыҡ һалғысы үҫә (һайһы саҡта кәүҙә оҙонлоғон да уҙып китә), уның ярҙамында ике ҡабырсаҡлы эре моллюскларҙың мантия ҡыуышлығына ыуылдырыҡ бөртөктәрен һала. Ыуылрырыҡ бөртектәренең 300 гә яҡыны үрсемле. Кәсепселек өсөн әһәмиәте юҡ, аквариумдарда тотола.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Ҡалып:Книга:Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы
  2. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Акимушкин И. И. Птицы. Рыбы, земноводные и пресмыкающиеся. — Забота о детях в водах наших широт: Мысль, 1995. — С. 317—318. — (Мир животных). — ISBN 5-244-00803-X