Гөлйемеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гөлйемеш
Гөлемеш
Гөлйемеш.
Үҫемлектең дөйөм һүрәте
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Роза сәскәлеләр
Ғаилә: Раузалар
Ырыу: Гөлйемеш
Секция: Cinnamomea DC.
Төр: Гөлйемеш
Латинса исеме
Rosa majalis Herrm.
Синонимдары
  • Әлморон
    (Rosa cinnamomea sensu L. 1759, non 1753)
ITIS 504822
NCBI 57935

Гөлйемеш (диалекттарҙа әлморон, этморон, рус. Шипо́вник ма́йский, лат. Rósa majális) — бейеклеге ике метрға етә алған ҡыуаҡ. Майҙың икенсе яртыһында һәм июндә алһыу төҫтәге сәскә ата, емеше август- сентябрь айҙарында өлгөрә. Гөлйемеш йылға буйҙарында, урман ситендә, ағас ҡырҡылған урында, йырғанаҡтарҙа, әрәмәлектә үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек.

О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Гөлйемеш — роза сәскәлеләр ғаиләһе үҫемлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Июнь — июль айҙарында урманда, юл буйҙарында хуш еҫле алһыу йәки аҡ эре сәскә атып ултырған гөлйемеш ҡыуағы йәки ҡырағай роза йыш осрай . Гөлйемештең һабаҡтары, шулай уҡ япраҡ һаптары, хатта япраҡ уртаһындағы һеңерсәләре лә осло энәләр менән ҡапланған, был энәләр үҫемлекте үлән ашаусы хайуандарҙан һаҡлай.

Сәскә төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәскә төбө бокалға оҡшап соҡорайған. Был «бокалдың» сите буйлап каса япраҡсалары, таж япраҡсалары һәм һеркәстәр урынлашҡан. Ә «бокалдың» эсендә емешлектәр була; тик уларҙың оҙон бағанасыҡтарында урынлашҡан емешлек ауыҙҙары ғына сығып тора. Сәскәнең сағыу төҫө, күп һандағы һеркәстәрҙең һеркәлектәрендәге һеркәләрҙең мул булыуы гөлйемеш сәскәләренә бөжәктәрҙе күпләп ылыҡтыра, һеркәләр менән туҡланып, бөжәктәр емешлек ауыҙҙарын һеркәләндерә.

Емештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙғылт һары йәки ҡыҙыл һутлы «емештәре» өлгөргәс, гөлйемеш көҙ көнө лә әллә ҡайҙан күренә. Уның емештәре ныҡ үҫешкән сәскә төбөнән барлыҡҡа килгән. Гөлйемештең ысын емештәре — ваҡ ҡына аҡһыл орлоҡтар. Улар емшәндәрҙән барлыҡҡа килә һәм бокал һымаҡ сәскә төбө эсендә урынлаша. Сәскә төбө эстән ҡаты һырышҡаҡ төксәләр менән ҡапланған, һутлы сәскә төбөндә витаминдар күп була.

Япраҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гөлйемештең япраҡтары ишһеҙ ҡыйғас япраҡ. Япраҡ һабында 5—7 япраҡса урынлашҡан, остағыһының ише юҡ.

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беҙҙең илдә гөлйемештең төрҙәре күп, шулай уҡ Урта Азияла, Кавказда йыш осрай. Уның бөтә төрҙәре лә тиерлек күп ҡатлы сәскәле. Гөлйемештең ошо үҙенсәлеген файҙаланып, кеше бик күп матур сәскә атыусы раузалар уйлап сығарған. Майлы розаның хуш еҫле таж япраҡсаларынан хуш еҫле роза майы алалар.

Халыҡ медицинаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дауалау өсөн гөлйемештең, нигеҙҙә, емеше ҡулланыла. Емешендә төрлө биологик актив матдәләр бар, ул С витаминына бай. Емеште көҙгөһөн ҡырау төшкәнгә тиклем йыялар. Эҫе булмаған мейестә (температура 80-90 градустан артмаһын) йәки махсус киптергестә киптерәләр. Гөлйемеште ҡулланыу ҡышҡы һәм яҙғы айҙарҙа айырыуса файҙалы. Сөнки ошо ваҡытта организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына, ныҡ мохтаж. Гөлйемеш төнәтмәһе (йә ҡайнатмаһы) кешенең ағза- туҡымалары ҡанаусан булғанда (кровоточивость), геморрой менән сирләгәндә, тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ. б.), атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда, йөклө һәм имеҙгән әсәләргә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 4 аш ҡалағы киптереп ваҡланған емешен 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш бер тәүлек тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 2 тапҡыр 1/2-1 стакан эсергә. Гөлйемеш үҫемлегенең япрағы һәм тамыры ла шифалы. Гөлйемеш япрағын (кипкәне лә ярай) эҫе һыуҙа йомшартып экзема кеүек тире ауырыуы сабыртмаһына ҡаплап, 1-2 сәғәткә бәйләп һалырға кәңәш ителә. Төнәтмә яһап был ауырыуҙар¬ҙан примочка, ванна яһарға ла мөмкин. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 1 сәғәт тоторға кәрәк. Халыҡ медицинаһында гөлйемеш тамырынан әҙерләнгән төнәтмә ярҙамында һейҙек ҡыуығы һәм бөйөр ташынан ҡотолоу өсөн эсергә кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған тамырын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш 2-3 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр, ас ҡарынға, 2-3 аш ҡалағы эсергә.

Гөлемештең сәскәһе, емеше, емеше эре план менән, энәләре

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Мулдашев А. А. Высшие растения: краткий курс систематики с основами науки о растительности: Учебник. — 2-е, перабот. — М.: Логос, 2002. — 256 с. — 3000 экз. — ISBN 5-94010-041-4.
  • Корчагина В. А. Биология: Үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр, лишайниктар: Урта мәктәптең 6—7 синыфтары всөн дәреслек. 23-сө баҫманан тәржемә. Башҡортса өсөнсө баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1999
  • Ғүмәров, В. 3. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре / Варис Ғүмәров. Өфө : Китап, 2016. — 160 б. ISBN 978-5-295-06553-8