Джеймс Джойс
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Джеймс Джойс | |
| James Augustine Aloysius Joyce | |
| Тыуған көнө: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: | |
| Вафат көнө: | |
| Вафат булған урыны: | |
| Эшмәкәрлеге: | |
| Имзаһы: | |
Джеймс Августин Алоизиус Джойс (ингл. James Augustine Aloysius Joyce; 2 февраль 1882 йыл — 13 ғинуар 1941 йыл) — ирланд яҙыусыһы һәм шағиры, модернизм вәкиле.
Биографияһы[үҙгәртергә]
Джеймс Джойс Ратгарҙа Дублиндың өҫтө-өҫтөнә төҙөлгән георгиан йорттары районының көньяҡ өлөшөндә тыуған. Ғаиләләре ҙур булған, атаһы Джон Станислас Джойс, әсәһе Мэри Джейн Марри. Уңышһыҙ эштәре атаһын бөлгөнлөккә төшөрә, шунлыҡтан һөнәрен йыш алмаштыра. Ғаиләгә Дублиндың бер яғынан икенсе яғына бер нисә мәртәбә күсенә. Уға һәйбәт белем алырға мөмкинселек була. Тик ярлылыҡ һәм үҫмер йылдарындағы насар тормош торошо уның иҫендә ныҡ уйылып ҡалған. Әҫәрҙәрендә ул нәҡ шуларҙы һүрәтләй ҙә инде.