Джиованни дель Плано Карпини

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Джиованни дель Плано Карпини (Плано Карпини)
da Pian del Carpine
Central Asian trade routes.jpg
Эшмәкәрлек төрө:

сәйәхәтсе

Тыуған ваҡыты:

яҡынса 1182

Вафат ваҡыты:

1 апрель 1252(1252-04-01)

Джиованни дель Плано Карпини, Плано Карпини (итал.  da Pian del Carpine, лат. Iohannes de Plano Carpini) — XIII быуатта йәшәгән итальян монахы, сәйәхәтсе, Европала йәшәүселәр араһында беренсе булып Монголдар империяһына барып ҡайтыусы.

Тормош юлы[үҙгәртергә]

1245 йылда монголдар («татарҙар») тураһында мәғлүмәттәр йыйыу маҡсатында Үҙәк Монголияға хан ставкаһына сәфәргә сыға. Маршруты Волга буйы, Харәзм, Етеһыу һәм Тарбағатаә аша үтә. 1247 йылда сәйәхәте тураһында 9 бүлектән торған ҡулъяҙма рәүешендә «Монголдар тарихы» китабын Рим папаһы Иннокентий IV тапшыра. Монголдар тарафынан буйһондоролған Волга буйы халыҡтары араһында «баскарттарҙы», йәғни башҡорттарҙы ла телгә ала. Китаптың йөкмәткеһенән күренеүенсә, монголдар, мордва халҡын һәм Волга буйы Булғарияһын буйһондорғандан һуң, «Баскарт ерен» тотошлай баҫып ала. Плано Карпини «Баскарт ерен» «Бөйөк Венгрия» менән тиңләй (ҡара Магна Һунгария)[1].

Иннокентий IV-нең «татар (монгол) халҡы башлығына һәм халҡына» хаты

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Путешествия в восточные страны Плано Карпини и Рубрука. М., 1957.
  • Рамм Б. Я. Папство и Русь в XI—XV веках. М.-Л., 1959;
  • Хенниг Р. Неведомые земли / Пер. с нем. А. В. Лисовской. М.: Издательство иностранной литературы, 1962. Т. 3. 43—49 биттәр.
  • Jackson P. The Mongols and the West, 1221—1410. Pearson Education, 2005. 448 p.
  • Plassmann T. da Pianô Carpine // The Catholic Encyclopedia. Vol. 12. New York: Robert Appleton Company, 1912.
  • Rachewiltz I. Papal envoys to the great khans. Stanford University Press, 1971.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. – Өфө: “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 330 бит