Джозеф Листер
| Джозеф Листер | |
| Joseph Lister | |
| Тыуған: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: | |
| Үлгән: | |
| Вафат урыны: | |
| Ил: | |
| Фәнни даирә: | |
| Танылыу алған өлкәләр: |
Хирургияла антисептик уйлап табыусы |
| Наградалары һәм премиялары |
|
Джо́зеф Ли́стер [лорд Листер] (ингл. Joseph Lister; 5 апрель 1827 — 10 февраль 1912) — күренекле инглиз хирургы һәм ғалимы, хирургик антисептик уйлап табыусы.
Биографияһы [үҙгәртергә]
Джозеф 1852 йылда Лондон университетын бакалавр дәрәжәһе менән тамамлай. Универиситеттан һуң университет колледжына резидент-ассистент вазифаһына эшкә алына. Бар аҙҙан Эдинбургҡа Сайм клиникаһына эшкә алына. Ошо ваҡытта уның клиник хирургия буйынса эштәре донъя курә.
19 быуаттың икенсе яртыһына тиклем хирургик операцияларҙың 30-50 % уңышһыҙ булған. сепсис, гангрена һымаҡ ауырыуҙарҙы еңә алмағандар. Бының сәбәбе зарарлы (патоген) микробтар булыуын Джзеф Листер иҫбат итә. Ошо микробтар менән көрәшеү, урарҙы юҡ итеү, операция яраһын уларҙан һаклау зарур була. Хирургия инструменттарын, хирургтың ҡулдарын, операция бүлмәһен карбол кислотаһы менән эшкертерге тәҡдим итә. Зарарлы микробтар сигенә, гангрена һәс сепсис кеүек күренештә ҡырҡа кәмей. Был тежрибе бөтә донъя хирургтары араһында хуплау таба.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Скороходов Л. Я. Джозеф Листер. Столетие антисептики. — Л-д: Изд. АН СССР «Наука», 1971.