Джозеф Пикфорд
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Исеме | Джозеф Пикфорд |
|---|---|
| Тыуғанда исеме | Joseph Pickford |
| Гражданлығы | |
| Тыуған ваҡыты | 1736 |
| Тыуған урыны | Ашоу |
| Вафат ваҡыты | 1782 |
| Стиль | георгиан архитектураһы |
| Викиһаҡлағыс | Джозеф Пикфорд Викиһаҡлағыста |
Пикфорд балалары; рәссам Джозеф Райт картинаһы
Джозеф Пикфорд (ингл. Joseph Pickford, 1736—1782) — георгиан стилендә ижад итеүсе Георг III осорондағы инглиз архитекторы.
Джозеф уорикширҙың Ашоу (ингл. Ashow) ҡалаһында Уильям һәм Мэри Пикфорд ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. 1748 йылда уҡыуын дауам итеү өсөн Лондонға килә. 1748 йылдың апрелендә Джозеф Мэри Уилкинс (ингл. Mary Wilkins) исемле ҡыҙға өйләнә; уларҙың ике балалары була [1]; Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһында ул балаларҙың портреты бар.
Иң ҙур баһа алған эштәре — изге Елена йорто,Этрурия Холлы, Пикфорд йорт-музейы исеме менән билделе булған уның үҙ йорто. Пикфорд йорт-музейында геогиан стилендәге костюмдар, ҡурсаҡ театрына арналған экспозиция һәм 1940 йылдағы кеүек бомбанан һакланыу подвалы урынлашҡан[2].
Иҫкәртмә [үҙгәртергә]
- ↑ Joseph Pickford 1734-1782 (en). 3 май 2011 тикшерелгән.
- ↑ Pickford's House Museum (en). 3 май 2011 тикшерелгән.