Дифтерия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Дифтерия
Diphtheria bull neck.5325 lores.jpg
МКБ-10 Ҡалып:ICD10
МКБ-9 032032
DiseasesDB 3122 3122
MedlinePlus 001608 001608
eMedicine emerg/138  Ҡалып:EMedicine2 Ҡалып:EMedicine2 Ҡалып:EMedicine2 emerg/138  Ҡалып:EMedicine2 Ҡалып:EMedicine2 Ҡалып:EMedicine2
MeSH D004165 D004165

Дифтерия Corynebacterium diphtheriae— (гр. diphtherion — яры, тиресә), кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы; йоғошло ауырыу; танау, тамаҡ, боғарлаҡ һ.б. лайлалы тиресәһе зарарланыу менән билдәләнә[1]; дифтерия бактерияһы йоғоуҙан килгән етди инфекцион ауырыу, тамаҡ, танау, ҡурылдай, боғарлаҡ (һтрәк осраҡта башҡа ағзалар) тиресәһе зарраланыу менән характерлы[2].

Эпедимиология[үҙгәртергә]

Дифтери́я көслө йогышлы ауырыу (башлыса, балаларҙа була торған инфекция). Йотҡолоҡ өҫтө, боғаҙ, трахея (һирәк кенә башҡа ағзалар) ялҡынһыныу, миндаль һамаҡ биҙҙәрҙә фибриноз ярылар хасил булыу, интоксикация, йөрәк-ҡан тамыры, нерв, бәүел бүлеп сығарыу системалары зарарланыу менән характерлана. Инфекция сығанағы булып Дифтерия менән ауырыусылар йәки организмнарында бактерия йөрөтөүсөләр тора.

Ауырыу йоҡтороу ысулдары[үҙгәртергә]

Ауырыуҙың кешенән-кешегә күсеүенең төп механизмы - һулай торған һауанан йоғоу[3]; йоғошланған әйберҙәр (кейем-һалым, һауыт-һаба, уйынсаҡтар һ.б.) менән дә күсергә мөмкин. Дифтерияне айырыуса 1 йәшкә тиклемге балалар ауыр кисерә. Иммунитет инфекциянан һуң (тотороҡһоҙ) һәм прививканан һуң (тотороҡло) барлыҡҡа килә.

Дифтерия тарихы[үҙгәртергә]

Ауырыуҙың төрлө формаларын француз табибы П. Бретонно тасүирлап күрһәтә (1826), «дифтерит» атамаһын ҡуллана; терапевт А. Труссо дөйөм ҡабул ителгән дифтерия атамаһын ғәмәлгә кертә. Дифтерияне ҡуҙғатыусы Corynebacterium diphtheriae микроорганизмын чиста хәлендә немец бактериологлары Э. Клебс, Ф. Леффлер (1883-84) айырып алалар. Дифтериягә ҡаршы сыворотка бактериологлар Э. Беринг, Э. Ру, Я.Ю. Бардах (1824-94) тарафынан табыла. Токсин һәм антитоксин ҡатнашмаһы менән актив рәүештә иммунлаштыру методын Э. Беринг (1913) уйлап таба. Микробиолог Г. Рамон иммунлаштыру өсөн дифтерия анатоксинын тәҡдим итә (1923), бактериолог П.Ф. Здродовский дифтерияға ҡаршы прививҡаларҙы камиллаштыра (1950 йылдар).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]



Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  2. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
  3. Турьянов, 1998, с. 80: «Передача возбудителя осуществляется воздушно-капельным путём.»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]