Дунай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дунай
рум. Dunărea, венг. Duna, нем. Donau, серб. Дунав, словак. Dunaj, болг. Дунав, хорв. Dunav, укр. Дунай
Дунай в Будапеште (вид с горы Геллерта)
Дунай в Будапеште (вид с горы Геллерта)
Характеристика
Оҙонлоғо 2960 км
Бассейн 817 000 км²
Һыу сығымы 6700 м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Бригах менән Брег
 · Урынлашыуы Германия
 · Бейеклеге 678 м
 · Координаталар 47°57′04″ с. ш. 8°31′14″ в. д.HGЯO
Тамағы Ҡара диңгеҙ
 · Урынлашыуы Румыния һәм Украина
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 45°13′19″ с. ш. 29°44′36″ в. д.HGЯO
Йылға ауышлығы 0,237 м/км
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ҡара диңгеҙ

Илдәр Германия Германия, Австрия Австрия, Словакия Словакия, Венгрия Венгрия, Хорватия Хорватия, Сербия Сербия, Болгария Болгария, Румыния Румыния, Молдова Молдова, Украина Украина
Дунай (Европа)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Дунай Викимилектә

Дуна́й (рум. Dunărea, мадьярса  Duna, нем. Donau, сер. Дунав, словак. Dunaj, болг. Дунав, хорв. Dunav, укр. Дунай, лат. Danubius, Danuvius, бор. грек. Ίστρος) — оҙонлоғо буйынса Европала (Волганан ҡала) икенсе урында торған, «интернациональ» йылға[1], Европа берлеге биләмәһендә иң оҙон йылға. Оҙонлоғо — 2960[2] км.

Йылға башы Германияның Шварцвальд тауҙарынан башлана. Артабан ул ун дәүләттең биләмәһенән аға йәки сигенән үтә. Германия, Австрия, Словакия, Венгрия, Хорватия, Сербия, Болгария, Румыния, Молдавия һәм Украина дәүләттәренән ағып ҡайһы бер илдәрҙең баш ҡалалары янынан уҙа: Вена, Братислава, Будапешт һәм Белград[3].

Дунайҙың һыу бассейны туғыҙ дәүләттең биләмәһен эсенә ала[3]. Дунай Румыния һәм Украина биләмәләрендә Дунай дельтаһы яһап Ҡара диңгеҙгә ҡоя. Румыния өлөшө ЮНЕСКО тарафынан бөтә донъя мираҫы объекттары составына индерелгән.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫса атамаһының килеп сығышы праслав. *Dunajь, гот. *Dōnawi кельт теле аша килеп кергән Dānuvius[4]. Поляк ғалимы Ян Розвадовский күҙаллауынса *Dunajь тип тәүҙә славян халыҡтары Днепрҙы атаған.(быны Беларусь һәм украин фольклоры буйынса белеп була)[5]. К. Мошинский был күҙаллауҙы хуплай һәм славян халыҡтарының бер өлөшө күсеп килгән ваҡытта ошо исем алынғандыр, ти *Dunavъ/*Dunavь[6].Т. Лер-Сплавинский Мошинскийға ҡаршы фекерҙә, ул Дунай тип тиҫтәләгән йылға барлығын күрһәтә һәм польша, украин һөйләштәрендә был һүҙ оло һыу тигән мәғәнә бирә, ти ибһе теле *dhounā[7]. В. Н. Топоров һәм О. Н. Трубачёв «Лингвистический анализ гидронимов Верхнего Поднепровья» тигән хеҙмәттәрендә Лера-Сплавинскийҙың һөҙөмтәләренә иғтибар бүленмәгән. Тик славян ерҙәрендә аталған «Дунаец» гидронимы булараҡ ҡына билдәләп үтелгән[8], за что данную работу подверг критике З. Голомб[9].*

Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дунай бассейны асимметрик формаға эйә. Уның уң яры яғы һыу йыйыуҙың кесе өлөшө булып тора (майҙандың 44 % өлөшө һыуын йыя). Әммә Дунайҙың уң яғы бассейндың гидрографик селтәрен барлыҡҡа килтерә. Ҡушылдыҡтар ҙурлығы яғынан бер тигеҙ кимәлдә, уларҙың күбеһенең инеше Альп һәм Карпат тауҙарынан башлана. Венгрия Урта Дунай уйһыулыҡтарында бөтөнләй юҡ.

Тауҙарҙан баш алған Дунай ҡушылдыҡтары тау йылғаһы характерында, шәп аға. Тигеҙлектәргә сыҡҡас, башҡа йылғалар кеүек тыныслана.

Дунайҙың һыу режимына тәьҫир итеүсе йылғалар таблицала күрһәтелгән.

Дунайҙың төп ҡушылдыҡтары[10]
Атамаһы Дунайға ҡушылған урыны
(яр)
Алыҫлығы
(тамағынан алып)
км
Йылға биләмәләре аша ағып үткән илдәр
(инешенән алып)
Оҙонлоғо
км
Иллер уң ~ Германия Германия 163
Лех уң ~ Австрия Австрия, Германия Германия 265
Изар уң 2281,7 Германия Германия 283
Инн уң 2225,2 Швейцария Швейцария, Австрия Австрия, Германия Германия 525
Энс уң 2111,8 Австрия Австрия 255
Морава һул 1880,3 Чехия Чехия, Словакия Словакия, Австрия Австрия 380
Раба уң 1794,0 Австрия Австрия, Венгрия Венгрия 398
Ваг һул 1765,8 Словакия Словакия 402
Грон һул 1716,0 Словакия Словакия 289
Ипель Һул 1708,2 Словакия Словакия, Венгрия Венгрия 233
Драва уң 1382,5 Италия Италия, Австрия Австрия, Словения Словения, Венгрия Венгрия, Хорватия Хорватия 720
Тиса һул 1214,5 Румыния Румыния, Украина Украина, Словакия Словакия, Венгрия Венгрия, Сербия Сербия 966
Сава уң 1170,0 Словения Словения, Хорватия Хорватия, Босния һәм Герцеговина Босния һәм Герцеговина, Сербия Сербия 940
Морава уң 1104,5 Сербия Сербия 563
Искыр уң 637,3 Болгария Болгария 368
Сирет һул 155,2 Украина Украина, Румыния Румыния 726
Прут һул 134,0 Украина Украина, Молдова Молдова, Румыния Румыния 950

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Малая советская энциклопедия / под ред. В. Введенского. — М., 1959. — Т. 3. — С. 741. — 1277 с.
  2. Кравчук П. А. Рекорды природы. — Л.: Эрудит, 1993. — 216 с. — 60 000 экз. — ISBN 5-7707-2044-1.
  3. 3,0 3,1 Countries of the Danube River Basin. International Commission for the protection of the Danube River. Дата обращения: 13 ноябрь 2010. Архивировано 9 март 2013 года.
  4. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Прогресс. — М., 1964—1973. — Т. 1. — С. 552-553.
  5. Rozwadowski J. Studia nad nazwami wód słowiańskich. — Kraków: Drukarnia Uniwersytetu Jagiellońskiego, 1948. — С. 251.
  6. Moszyński K. Pierwotny zasiąg języka prasłowiańskiego. — Wrocław — Kraków: Zakład narodowy imienia Ossolińskich — Wydawnictwo PAN, 1957. — С. 153.
  7. Lehr-Spławiński T. O pochodzeniu i praojczyźnie Słowian. — Poznań: Wydawnictwo Instytutu Zachodniego, 1946. — С. 73-75.
  8. Трубачёв О. Н. Труды по этимологии. — М.: Рукописные памятники Древней Руси, 2009. — Т. 4. — С. 317. — ISBN 978-5-9551-0324-2.
  9. Gołąb Z. O pochodzeniu Słowian w świetle faktów językowych. — Kraków: Universitas, 2004. — С. 213-215. — ISBN 83-242-0528-4.
  10. Дунайская Комиссия. Общие сведения о реке Дунай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]