Дүртөйлө районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Дүртөйлө районы
урыҫ. Дюртюлинский район
Coat of Arms of Dyurtyuli rayon (Bashkortostan).png Flag of Dyurtyuli rayon (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 1 ҡала биләмәһе, 14 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Дүртөйлө калаһы
Хакимиәт башлығы Хайруллин Ринат Масгутович
Халыҡ һаны 33164 кеше
Майҙаны 1671 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102
Location of Dyurtyulinskiy rayon (Bashkortostan).svg

Дүртөйлө районы (урыҫ. Дюртюлинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Дүртөйлө калаһы. Районда 33164 кеше йәшәй.

Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 1671 км2. Халыҡ һаны (мең кеше) 1995 — 61,6, шул иҫәптән ҡала халҡы — 33,4 (Дүртөйлө ҡалаһы, Семилетка ҡасаба), 87 ауылда 28,2 мең кеше йәшәй. Улар араһында иң ҙурҙары Исмаилда — 2,0 мең, Әңгәсәктә 1,9 мең кеше йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 37, шул иҫәптән ауыл ерендә — 17 кеше. Күпселек — татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, ауыл халҡы араһында — татарҙар, башҡорттар, мариҙар.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Географияһы

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеген, көньяҡ. урман-дала зонаһын, йылы, бик үк ҡоро булмаған агроклимат регионын биләй. Район территорияһы аша Ағиҙел йылғаһы аға. Күп урында — типик һәм һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡ, көлһыу, һоро урман һәм һыубаҫар туғай тупраҡтары осрай. Район майҙанының 17,8%-да киң япраҡлы һәм ылыҫлы ағас урманы.

[үҙгәртергә] Иҡтисад

Районда нефть сығарыу эше алып барыла: Арлан ятҡылығының Яңы Хажы һәм Йосоп майҙаныры — “Южарланнефть”, Таймырҙа һәм Сәйет ятҡылығы “Саҡмағошнефть” НГДУ-лары тарафынан үҙләштерелә. Файҙалы ҡаҙылмалары кирбес сеймалы (Әсән ауылы, Яңы Баҙраҡ, Иҫке Балтас), ҡомлоҡ (Әсән ауылы), ҡырсынташ ҡатыш ҡом (Дүртөйлө, Иванай, Яңы Бейектау) ятҡылыҡтарынан торауылы төҙөлөш материалдары сығарыу буйынса предприятиелар Дүртөйлө ҡалаһында тупланған. Әсән ауылы кирбес заводы һәм ҡошсолоҡ фабрикаһы эшләй. Ауыл хужалығы производствоһы “Саҡмағошнефть” НГДУ-һының ярҙамсы хужалығынан һәм 61 фермер (крәҫтиән) хужалығынан тора.

Район һөт-ит етештереү һәм игенселек буйынса махсуслашҡан. Сусҡасылыҡ, шәкәр сөгөлдөрө етештереү, умартасылыҡ үҫешкән.

[үҙгәртергә] Транспорт

Район ерен Өфө—Ҡаҙан, Нефтекама—Дүртөйлө—Бүздәк автомиль юлы киҫеп үтә.

[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 56 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта мәктәп бар. Дүрөйлө ҡалаһында крайҙы өйрәнеү мүзейы, Ш.Бабичтың музейы (Әсән ауылы), 27 дөйөм китапхана, 68 клуб учреждениеһы эшләй.

Урыҫ һәм татар телдәрендә “Юлдаш” Район гәзите сығарыла.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

  • Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
  • * [http://admdurtuli.ru/ Официальный сайт органов местного самоуправления муниципального района

Дюртюлинский район Республики Башкортостан ]


Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә