Дәүләкән районы
| Дәүләкән районы районы урыҫ. Давлекановский район |
|
|---|---|
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 1 ҡала, 16 ауыл биләмәһе |
| Административ үҙәге | Дәүләкән ҡалаһы |
| Хакимиәт башлығы | Бикбулатов Закир Гизелхаҡ улы |
| Халыҡ һаны | 18 043 кеше |
| Халыҡ тығыҙлығы | 22,42 |
| Майҙаны | 1 907 км² |
| Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
Дәүләкән районы Башҡортостан республикаһының көньяҡ-көнбайышында Дим йылғаһының түбәнге өлөшөндә ике яҡлап урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны - 1 875 км². Район үҙәге - Дәүләкән ҡалаһы.
Дәүләкән районы Ауырғазы, Шишмә, Благовар, Бүздәк, Бәләбәй, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы райондары менән сиктәш.
2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса халыҡ һаны - 42,1 мең кеше. Күпселекте башҡорттар (45,77%), урыҫтар (21,2%) һәм татарҙар (20,35%) тәшкил итә. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы - 1 км2 22 кеше.
Районда 91 ауыл бар.
Район биләмәләре Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы һәм ҡоро. Район биләмәләре аша Дим, Кесе Өйҙөрәк, Оло Өйҙөрәк, Ҡарамалы, Сәрмәсән, Өршәк, Төйлән йылғалары аға. Көнбайышында Асылыкүл урынлашҡан.
Дәүләкән районы аша Силәбе — Өфө — Һамар тимер юлы, Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ-Миәкә һәм Бүздәк — Дәүләкән — Ауырғазы автомобиль юлдары үтә.
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Дәүләкән районы. Урыҫса мәҡәлә.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.