Ейәнсура районы
| Ейәнсура районы районы урыҫ. Зианчуринский район |
|
|---|---|
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 15 ауыл биләмәһе |
| Административ үҙәге | Иҫәнғол ауылы |
| Хакимиәт башлығы | Байсурин Әлфәрис Сәлихйән улы |
| Халыҡ һаны | 30 146 кеше |
| Майҙаны | 3 342 км² |
| Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
Ейәнсура районы (Ейәнсура) — Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Майҙаны - 3 342 км2. Район үҙәге — Иҫәнғол ауылы, Өфөнән 337 км алыҫлыҡта.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Халҡы
Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 - 30,2; 1989 - 27,1; 1995 - 28,1. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы - 1 км2-ға 8 кеше. Районда 83 ауыл бар, шуларҙың һәр береһендә уртаса 327 кеше йәшәй. Халҡының күбеһе - башҡорттар (71,5%)[1]
[үҙгәртергә] Географик урынлашыуы һәм климаты
Район Йылайыр яҫы таулығының көнбайыш өлөшөндә ята, рельефы мередиональ убалар, тауҙар теҙмәһе менән бүленгән. Ер аҫтында нефть, ҡом, эзбизташ, доломит запастары табылған. Климаты континенталь һәм етерлек булмаған дымлы. Оло Эйек, Оло Һүрәм, Кесе Һүрәм, Әселе, Ҡаҫмарт, Ҡороюл, Өҫкәлек йылғалары аға. Тупрағы, ер өҫтө төҙөлөшө формаһына ҡарап, төрлөсә: һелтеһеҙләнгән һәм көлһыу-ҡара, ҡара-һоро урман һәм йоҡа ҡаты. Үҫемлектәр донъяһы урман-дала яғына оҡшаш. Урмандар (йүкә, имән, cаған, ҡайын, уҫаҡ) район майзанының 35% самаһын биләй.
[үҙгәртергә] Тарихы
1930 йылдың 20 авгусында Йылайыр кантонынан бүленеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
[үҙгәртергә] Административ төҙөлөшө
2008 йылдың ноябренә ҡарата 15 ауыл биләмәһе бар:
- Абҙан ауыл советы - Абҙан ауылы
- Әбүләис ауыл советы - Малиновка ауылы
- Байыш ауыл советы - Байыш ауылы
- Байдәүләт ауыл советы - Сирғол ауылы
- Бикбау ауыл советы - Бикбау ауылы
- Иҫәнғол ауыл советы - Иҫәнғол ауылы
- Ҡаҙанболаҡ ауыл советы - Иҙелбаҡ ауылы
- Муйнаҡ ауыл советы - Үрге Муйнаҡ ауылы
- Новопетровское — д. Новопетровское
- Яңы Себенле ауыл советы - Инәк ауылы
- Һаҡмар ауыл советы - Һаҡмар ауылы
- Һүрәм ауыл советы - Күгәрсен ауылы
- Таҙлар ауыл советы - Таҙлар ауылы
- Үтәғол ауыл советы - Үтәғол ауылы
- Яңыбай ауыл советы - Яңыбай ауылы
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Район иҡтисадының төп тармағы - ауыл хужалығы, ул мөгөҙлө эре мал үрсетеүгә һәм һарыҡсылыҡҡа махсуслашҡан. Иген һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтерелә.Районда һөт, кирбес, асфальт заводтары, юл һалыу-ремонтлау төҙөлөш идаралығы, механизацияланған күсмә колонна, урман хужалығы, "Агропромхимия", район электр селтәре берекмәләре эшләй. Ауыл хужлығы техникалары Иҫәнғол, Таҙлар һәм Абзан ауылдарында ремонтлана.
[үҙгәртергә] Транспорт
Һарыҡташ тимер юл станцияһы аша (Ырымбур өлкәһе) район Көньяҡ Урал тимер юл магистраленә сыға. Автомобиль юлдары Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Баймаҡ, Сибай ҡалалары менән тоташтыра.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр
- ↑ Население Башкортостана: XIX—XXI века: статистический сборник/ Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан.- Уфа:Китап, 2008.- 448 с.:ил.
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |