Елпәҙә ҡанатлылар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Елпәҙә ҡанатлылар
Елпәҙә ҡанатлылар
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Суб-класс: Асыҡ яңаҡ һөйәклеләр
Инфракласс: Ҡанатлы бөжәктәр
Отряд: Елпәҙә ҡанатлылар
Латинса исеме
Strepsiptera Kirby, 1813
ITIS 114989
NCBI 30261

Елпәҙә ҡанатлылар (лат. Strepsiptera, урыҫ.  Веерокры́лые ) — бөтә ер йөҙөндә йәшәй торған, инә заттары бал ҡортонда, һағыҙаҡтарҙа һәм цикадаларҙа паразитлыҡ итә торған бик ваҡ бөжәктәр [1].

300 -гә яҡын төре билдәле. Көслө енси диморфизмлы махсус эндопаразиттлар. Ата заттар - ирекле йәшәүселәр, хитинлы йомшак ҡаплам менән ҡапланған тигеҙ бүлгеләнгән кәүҙәле, 1− 6 мм оҙонлоҡта. Ҡанат йәйеме 2−8 мм. Ауыҙ аппараты ҡыҫҡарған. Инә заттар эндопаразит йәшәү рәүеше алып бара һәм бөжәктәргә аҙ оҡшаған. Кәүҙәләре селәүсен һымаҡ, ослоҡтары юҡ, сегментлашмаған баш күкрәк һәм сегментлашҡан ҡорһаҡ өлөшөнә бүленә. Елпәҙә ҡанатлылар, нигеҙҙә, тигеҙ ҡанатлылар (Homoptera) һәм элпә ҡанатлылар (Hymenoptera) отрядынан булған бөжәктәрҙә паразитлыҡ итә. Елпәҙә ҡанатлылар менән ағыуланған бөжәктәрҙең йәшәү активлығы түбәнәйәя, йыш ҡына улар үлә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]