Ер аҫты ҡоролмалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Каппадокияла ер аҫты йорттар
Лондонда метро төҙөү
Швейцарияла тимер юл тоннеле
Монблан аҫтында тоннель, Шамони
ер аҫты Монреаль
Дауалау өсөн шахта, Берхтесгаден, Германия
Һыу аҫты лодкалар базаһы,Балаклава

Ер аҫты ҡоролмалары [1] , тау тоҡомдарындағы төрлө тәғәйенләнештәге ҡоролмалар. Һай (15 м тиклем, асыҡ, ҡайһы ваҡытта ябыҡ ысул м‑н төҙөлә) һәм тәрән (15 м тәрәнерәк, ябыҡ) һалыныусы аҫты ҡоролмалар була.

Ер аҫты ҡоролмалар транспорт һәм гидротехник тоннелдәр (ҡара: Туннель, метрополитен, [[электр станцияларының ер аҫты комплекстары, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр, гараждар, һыу, нефть, газ һаҡлағыстар, складтар, сәнәғәт пр‑тиелары, хәрби объекттар һ.б. инә.

Ер аҫты ҡоролмалар төҙөгәндә <геотехниканың төрлө алымдары ҡулланыла.

Ер аҫты ҡоролмалар проектлауҙы һәм төҙөүҙе, объекттың геототороҡлолоғон һәм инженерлыҡ-геол. шарттарҙың үҙгәреүсәнлеген иҫәпкә алып, махсуслаштырылған ойошмалар башҡара. Ер аҫты ҡоролмалар төҙөүҙең хәүефһеҙлеге разведканың хәүефле зоналарҙы табырға ярҙам итеүсе геофизик алымдарын һәм махсус технологияларҙы ҡулланыу м‑н тәьмин ителә.

Улар боҙолған зоналарҙың ер ҡаҙыу эштәренә кире йоғонто яһауына һәм ер өҫтөнөң ултырыуына юл ҡуймай. Башҡортостанда Е.а.ҡ. проекттарын тармаҡтың проект учреждениелары, ш. уҡ “Башҡортостан Промстройпроекты”, Башҡ‑н төҙөлөш ҒТИ һ.б. башҡара.

Өфөлә В.И.Мартин етәкс. Көнбайыш Урал инженер-төҙөлөш эштәре тресы 1982 й. — тәрән һалына торған (60 м тиклем) метрополитен (“Метрогипротранс” ин‑ты проекты, Мәскәү), 1992 й. – метрополитендың һай һалына торған 1‑се сиратын (“Нижегородметропроект” ин‑ты), 2002—03 йй. “Ульяновтар” станцияһынан “Муса Гәрәев бульвары” станцияһына тиклем 1‑се башланғыс участканы төҙөү өсөн инженер-геол. эштәр үткәрелә.

Төҙөлөш иҡт. яҡтан маҡсатҡа ярашлы булмағанлыҡтан, проекттар ҡабул ителмәй. “30‑сы төҙөлөш идаралығы” ФДУП‑ы (Межгорье ҡ.) 1992 й. — Өфөлә ябыҡ ысул м‑н МәскәүСиләбе автомобиль юлына сығыу урыны булған 1249 м оҙонлоҡтағы ике үтмәле автомобиль юлы тоннеле, 90‑сы йй. аҙ. Ағиҙел й. Йомағужа гидроузелының ер аҫты гидротехник 'ҡ'оролмаларын төҙөй башлай. Башҡ‑н төҙөлөш ҒТИ‑нда тәрән котловандарҙа асыҡ ысул м‑н ҡоролған Ҡариҙел й. аша һалынған күпергә сығыу урыны булған автомобиль юлы тоннеле порталы (Н.З.Готман, Э.Д.Насирова), Конгресс-холл бинаһының (А.Л.Готман), “СемьЯ” сауҙа-күңел асыу комплексының, Өфөләге т. юл вокзалының (Н.З.Готман, Л.В.Оркина) һ.б. Е.а.ҡ. проекттары төҙөлә. 2003—04 йй. Г.В.Тэненбаум етәкс. Е.а.ҡ. монолит тимер-бетон стеналарының гидроизоляцияһын тәьмин итеү өсөн ҡоро ҡатышмалар уйлап табыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]