Жалованный грамоталар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Жалованный грамоталар —айырым кешеләргә йәки халыҡ төркөмөнә билдәле бер хоҡуҡтар йәки өҫтөнлөктәр биреү т да документ, улар 12—19 бб. Рәсәйҙә юғары власть тарафынан бирелгән [1].

Тарих[үҙгәртергә]

Тәүге жалованный грамоталар[үҙгәртергә]

Тәүге жалованный грамоталар Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы барышында башҡорттар алған. Был документтарҙа башҡорттарҙың Мәскәү батшалығы составына инеүенең юридик яҡтан нигеҙләнгән төп шарттары күрһәтелгән була: хәрби хеҙмәт (Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) һ.б. йөкләмәләр үтәү, яһаҡ һ.б. һалымдар түләү шарты менән башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын, урындағы үҙидаралығын ( Йыйын, Ҡоролтай), дин тотоу иркен һаҡлап ҡалдырыуҙы гарантиялаған. Жалованный грамоталар башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ерҙәренең сиге (географик ориентирҙар б са) күрһәтелгән (башҡорт халҡына ер биләүгә берҙәм жалованный грамоталар булмаған). Ер биләмәләре бүлеү һөҙөмтәләре һәм жалованный грамоталар алыу Мәскәү һәм Ҡазан приказ кенәгәләрендә яҙма рәүештә теркәлгән.

Тәүге грамоталарҙы алыусылар[үҙгәртергә]

Подданныйлыҡ ҡабул итеү батша кимиәте менән һөйләшеүҙәргә ебәрелгән һәм тәүге жалованный грамоталар алған илселек башлыҡтары араһында Аҙнай бей, Айсыуаҡ бей, Бикбау бей, Иҫке бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Тәтегәс бей, Шәғәле Шаҡман бей һ.б. була. Жалованный грамоталар “пожалованный кеше исеменә” бирелгән йәки воеводаға “башҡорттар ҡарамағына бирергә” тигән бойороҡ рәүешендә булған. Д.Н.Соколов башҡорттарҙың тәүге жалованный грамоталар алыу ваҡытын 1557 й. тип күрһәтә һәм артабан бөтә хакимдар ҙа ер биләү хоҡуғы биреүгә риза була, тип билдәләй; П.И.Рычков 18 быуаттың 50- се йылдарында күп башҡорттарҙың жалованный грамоталары булған, тип яҙа. Жалованный грамоталар күсермәләре, тәржемәләре башҡорт ҡәбиләләре, ырыуҙары шәжәрәләрендә бар ( “Бөрйән ырыуы шәжәрәһе”, “Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе”, “Тамъян ырыуы шәжәрәһе”, “Юрматы ырыуы шәжәрәһе”), улар Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында (Мәскәү), Рәсәй дәүләт тарих архивында (Санкт- Петербург) һаҡлана. 16—18 быуаттар аҙағында башҡорттар ер сиктәре аныҡлап күрһәтелгән жалованный грамоталар алған (улар башлыса башҡорттарҙың ер бәхәстәрен ҡарағанда килеп тыуған ғаризаларына яуап итеп бирелгән). 18—19 быуаттарҙа жалованный грамоталар нигеҙендә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә хоҡуғын нығытыусы төрлө указдар, грамоталар һ.б. бирелгән. Мәҫәлән, Генераль ыҙанлау һәм Махсус ыҙанлау барышында бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, башҡорттар жалованный грамоталар (уларҙың күсермәләре йәки өҙөмтәләре рәүешендә), шулай уҡ жалованный грамоталар төп нөсхәһенән элек алынған һәм уларҙың ергә хоҡуғын раҫлаусы мәғлүмәттәр килтерелгән ер биләү ҡағыҙы, указдар һ.б. документтар күрһәткән. Жалованный грамоталар бер төрө булып титулдарға килешеү-таныҡлыҡ грамоталары иҫәпләнә. Башҡорттарға жалованный грамоталар шәхси йәки нәҫелдән нәҫелгә күскән тарханлыҡҡа бирелгән. Тарханлыҡҡа тәүге жалованный грамоталар алыуға урыҫ хакимдары исеменән көньяҡ-көнбайыш башҡорттарын Мәскәү батшалығы составына индереүҙә ҡатнашҡан башҡ. ырыуы башлыҡтары (Бикбау бей, Иҫке бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Шәғәле Шаҡман бей) лайыҡ булған; артабан хәрби дипломатияла һ.б. эштәрҙә күрһәткән айырым хеҙмәттәр өсөн (башлыса батырҙарға, бейҙәргә, старосталарға, старшиналарға, сотниктарға, кантон башлыҡтарына һ.б. бирелгән. Алтын Урҙа хакимдары тарафынан бирелгән тарханлыҡты раҫлау осраҡтары булған. жалованный грамоталарҙың төп нөсхәһе тарханда ҡалған, уның исеме хеҙмәтле тархандар исемлегенә индерелгән, күсермәһе урындағы власть органдарына ( Урындағы идаралыҡ) ебәрелгән. Шулай уҡ монастырҙарға пошлинаһыҙ йөрөү һәм сауҙа итеү хоҡуғы биргән иммунитет жалованный грамоталар, ҡунаҡтарға (сауҙагәрҙәрҙең юғары ҡатламы) сауҙа һәм сәнәғәт эшмәкәрлеге алып барыу хоҡуғы һ.б. өсөн исемле жалованный грамоталар биреү осраҡтары билдәле. 1785 йылдан алып дворяндарҙың төп хоҡуҡтары һәм хәле, уларҙың ҡатлам органдары ( Дворяндар йыйылыштары) эшмәкәрлеге “Затлы Рәсәй дворянлығының хоҡуҡтары, иректәре һәм өҫтөнлөктәре грамотаһы”, ҡалалар үҫеше, ҡала халҡының айырым категориялары хәле, ҡала үҙидаралығы ( Ҡала думалары) нигеҙҙәре “Рәсәй империяһы ҡалаларының хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәре грамотаһы” менән көйләнгән.


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]