Журналистика

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
UnderwoodKeyboard.jpg

Журналистика — көнүҙәк, социаль әһәмиәтле мәғлүмәтте йыйыу, эшкәртеү һәм киң мәғлүмәт саралары аша таратыу буйынса эшмәкәрлек төрө.

Журналистика — халыҡҡа, ҙур төркөмдәргә ситтән тәьҫир итеп, бик күп кешенең аңын, фекерләү рәүешен кәрәкле яҡҡа йүнәлтеү системаһы[1].

Журналистика һүҙе башҡорт теленә урыҫ теле аша килеп кергән. Урыҫ теленә ул Николай Полевов тарафынан индерелә[2]. Журналистика менән даими профессиональ шөғөллөнеүсе кешене журналист тип әйтү ҡабул ителгән

Журналистика фән булараҡ[үҙгәртергә]

Журналистика анализдар системаһына ярашлы түбәндәгесә өйрәнелергә мөмкин:

  • Социаль институт
  • Киң информация сараларының йәшәү циклы эшмәкәрлеген яҡлау өсөн система төрө
  • Профессиялар йыйлмаһы
  • Текстарҙан төҙөлгән әҫәрҙәр системаһы.
  • Масса-күләм коммуникациялар каналдары менән етәкселек итеү
  • Медиа индустрияһы өлөшө

Башҡортостанда журналистика[үҙгәртергә]

Башҡортостанда журналистика[үҙгәртергә]

Башҡортостанда журналистика 19 б. 1‑се ярт. алып үҫешә. 1838 й. Өфөлә «Оренбургские губернские ведомости» гәзит нәшер ителә башлай. 19 б. 2‑се ярт. – 20 б. башында Ж. яңы формалар м‑н тулылана: шәхси («Уфимский листок объявлений и извещений»), дини («Оренбургские епархиальные ведомости», «Уфимские епархиальные ведомости»), белешмә «Уфимский календарь» («Өфө календары»), «Справочная книжка Уфимской губернии» («Өфө губернаһының белешмә китабы»)], земство («Вестник Уфимского земства»), партия («Знамя Урала») һ.б. ваҡытлы баҫмалар нәшер ителә. Милли Ж. үҫеше М.Ғафури, М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдинов, С.С.Яҡшығолов һ.б. исемдәре м‑н бәйле. Төрки телендә «Акмулла», «Әл-Ғәләми әл-Ислами» («Донъя исламы»), «Дин вә мәғишәт» («Дин һәм тормош»; ҡара: «Мосолман ваҡытлы матбуғаты»), «Ваҡыт», «Ҡармаҡ», «Ҡарсыға», «Мәғлүмәт мәхкәмәи шәрғиә әл-Ырынбургиә», «Тормош», «Шура», «Сүкеш» һ.б. гәзит һәм журналдарҙа баҫыла. Февраль революцияһынан һуң башҡ. Ж. үҫешенә Ш.Бабич, Ә.Ә.Вәлидов, Х.Ғ.Ғәбитов, Х.Й.Йомағолов, М.А.Ҡулаев, Ш.Ә.Манатов, Д.Юлтый һ.б. ҙур өлөш индерә. 1917 й. иҫке башҡорт телендә тәүге гәзит — «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» сыға. Совет власы урынлашыу м‑н, Ж. партия-адм. идаралыҡ ҡарамағына күсә, бер үк ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында цензура булдырыла. 20—30‑сы йй. респ. дөйөм дәүләт ваҡытлы матбуғатының өлөшө үҫешә һәм киңәйә. Был осорҙағы Ж. төп бурысы — совет төҙөлөшөнә халыҡтың бөтә ҡатламдарын да йәлеп итеү, коммунистик идеологияны пропагандалау, ижт.-сәйәси, соц.‑иҡт. һәм рухи тормоштоң төрлө өлкәләрендә партия (ҡара: «Советтар Союзы коммунистар партияһы») сәйәсәтен аңлатыу. Башҡортостанда гәзит һәм журналдар башҡ., татар, мари, удмурт, сыуаш телендә нәшер ителә. Ж. яңы формаһы – эшсе һәм ауыл хәбәрселәре хәрәкәте барлыҡҡа килә. Фән һәм техника ҡаҙаныштарын ҡулланыуға индереү Ж. яңы төрҙәре формалашыуға булышлыҡ итә. Мәҫ., Өфө радиотапшырыуҙар компанияһы (ҡара: «Башҡортостан») асылыу м‑н респ. радиожурналистика барлыҡҡа килә. 1928 й. респ. башҡ. һәм урыҫ телдәрендә даими радиотапшырыуҙар трансляциялау башлана. 1958 й. радиола ижт.-сәйәси һәм нәфис тапшырыуҙарҙың баш редакциялары булдырыла; респ. журналистары «Между Волгой и Уралом» берлектәге программаһында ҡатнаша; 1977 й. тәүге тапҡыр Галле округы (Германия) журналистары м‑н берлектәге тапшырыу уҙғарыла. 1959 й. алып, радиотелевизион башнялы Өфө телеүҙәге асылыу м‑н, теле- һәм киножурналистика (ҡара: Телевидение) үҫешә башлай. «Видеоархив», «Тамаша», «Тамыр» һ.б. ижад берекмәләре эшләй. Респ. радиоһы м‑н — Ғ.Х.Бикбулатов, Р.Ф.Сәрүәрова, С.Х.Суҡбаев, Л.Ф.Фәйзуллина һ.б., телевидение м‑н Ә.Ғ.Абдразаҡов, А.Ә.Вәлиева, Ш.Ғ.Ғилманова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Респ. Журналистар союзы эшләй, журналистарҙы махсус әҙерләү ғәмәлгә ашырыла (ҡара: Журналистика буйынса белем биреү). 1989 й. Ш.Хоҙайбирҙин ис. журналистар премияһы булдырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Теш пастаһын нисек һатырға? Мөнир Ҡунафин
  2. О. А. Проскурин. Литературные скандалы пушкинской эпохи. М., ОГИ, 2000

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]