Затлы металдар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Затлы металдарметалдар окисланмай һәм тутыҡмай.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә]

Алтын, көмөш, ағалтын һәм Д.И. Менделеевтың периодик системаһындағы VIII төркөмдөң ағалтын төркөмө металдары — платиноидтар (иридий, осмий, палладий, родий, рутений). Аҡһыл һоро йәки көмөш төҫлө (алтындан башҡалары) ауыр иреүсе металдар, көмөш менән алтын — 960,5°С һәм 1063°С, платиноидтар 1500°С юғарыраҡ булғанда (осмий 3000°С) ирей. Ғәҙәти шарттарҙа һелте һәм кислота тәьҫиренә химик инертлыҡ менән айырылалар. Юғары температураларҙа галогендар (400—700°С), һауалағы кислород менән химик реакцияға инәләр: иридий һәм родий яҡынса 2000°С, ағалтын 900—1000°С, рутений һәм осмий (осоусан оксид барлыҡҡа килтерә) 500—600°С тарҡала.

Башҡортостанда[үҙгәртергә]

Башҡортостанда алтын — мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙа, көмөш алтынлы мәғдәндәрҙә осрай; алтын һәм көмөш юлдаш компоненттар булараҡ баҡыр колчеданы мәғдәндәрендә һәм полиметалл мәғдәндәрҙә таралған. Ағалтын һәм палладий миҡдары хромит мәғдәндәрендә — 3—5 г/т, рифейҙың ҡара һәүерташ ҡатламдарында ошоға ярашлы 3,3 г/т һәм 5,7 г/т етә. Алтын‑сульфид, баҡыр колчеданы һәм баҡыр-кобальт мәғдәндәрендә ағалтын [0,2—0,5 г/т (ҡайһы бер пробаларҙа 1—2 г/т тиклем)], палладий [0,1—2,0 (5—15‑кә тиклем)], родий (0,5‑кә тиклем), иридий һәм рутений [0,3 г/т тиклем (2‑гә тиклем)] табылған. Мулдаҡай һибелмә алтын ятҡылығында (Учалы районы) иридий миҡдары 11,7 г/м3 тиклем барып еткән, ш. уҡ 200—500 г тиклем ауырлыҡтағы тәбиғи киҫәктәр табылған. 70‑се йылдарҙа Химия институтында Ю.Е. Никитин етәкселегендә экстракция юлы менән сульфидлы полиметалл мәғдәндәренән затлы металдар сығарыу, уларҙы нефть сульфидтарын һәм сульфоксидтарҙы файҙаланып айырыу, шулай уҡ азотлы һәм көкөртлө полимер сорбенттар ярҙамында сорбциялап концентрациялау схемаларын эшләү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә (Н.Ғ. Афзалетдинова, Ғ.Ғ. Бикбаева, Ю.И. Муринов, Р.Ә. Хисаметдинов).

Һылтанмалар[үҙгәртергә]