Зелпе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Зелпе
Euonymous alatus.jpg
Дөйөм төр
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Euonymus alatus (Thunb.) Siebold, 1827

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   27946
NCBI   4307
EOL   582665
GRIN   t:16247
IPNI   30148396-2

Зелпе (лат. Euónymus alátus) — зелпе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Яҡынса 200 төрө билдәле, Азияның көнсығышында һәм көньяҡ-көнсығышында таралған. Башҡортостанда сөйәлле зелпе үҫә. Ҡара сөйәлле үренделе һәм һоро нәҙек олонло япраҡ ҡойоусы 1—2 м бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы ябай, эллипс рәүешендә, осло, ҡапма-ҡаршы теҙелешле, ҡыҫҡа һаплы. Сәскәһе ваҡ, көрән, насар «сысҡан» еҫле япраҡ ҡуйыны суғында урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Емеше — орлоҡ яны япрағы ҡыҙыл төҫтәге ҡумта, сентябрҙә өлгөрә.

Үҫеү урындары[үҙгәртергә]

Киң япраҡлы һәм ҡарағай урмандарының ваҡ ағаслығында һәм ситендә үҫә; Башҡортостанда киң таралған. Емеше ағыулы. Декоратив үҫемлек. Баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары булдырыуҙа һәм баҡса-парк төҙөлөшөндә ҡулланыла.