Земфира
Википедия – ирекле энциклопедия
Земфира Талгатовна Рамаҙанова — рок-йырсы. Ул атаһы – тарих уҡытыусыһы, әсәһе – табип. Музыка мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған ҡыҙ спортта ла ҡалышмаған – баскетболда ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән, 1990 йылда Рәсәй ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны булған. 1998 йылдың башында үҙ төркөмөн булдыра, ә 1999 йылдың майынан алып Рәсәйҙә уның йырҙары яңғырамаған радио ҡалмай.