Зырҡыуыт

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Зырҡыуыт
Gallinago media.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Gallinago media (Latham, 1787)

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 NT ru.svg en:Near Threatened
Хәүефле хәлгә яҡын
IUCN 3.1 Near Threatened : 106002989
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   176704
NCBI   114734
EOL   1049586

Зырҡыуыт, зырҡыуат (урыҫ. Дупель, лат. Gallinago media)— һәр ике ярымшарҙа йәшәй һәм аулана торған күсмә көйөлдө ҡош.

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама

Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Күберәк ерҙән йөрөүсе оҙон суҡышлы бик һаҡ ҡош. Түбәндән генә оса. Осҡанда ҡойроҡ ситендә аҡ һыҙыҡтар күренә. Дөйөм төҫө ерәнһыу көрән. Башынан ике киң ҡара һыҙыҡ үтә. һырты һәм кәүҙәһенең аҫ яғы арҡыры ҡара һыҙыҡтар менән ҡапланған. Суҡышының төбө йәшкелт, осо ҡара, аяҡтары һорғолт ҡыҙыл, һаралйындан сыбар ҡорһағы һәм бәләкәйерәк кәүҙәһе менән айырыла.

[үҙгәртергә] Тауышы

Осҡандағы тауышы: «үәт-уәт-үәт», яҙғыһын ата ҡоштар йылға сылтырауына оҡшаған тауыш сығаралар.

[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше

Еүеш болонда, аҡландарҙа йәшәй. Ямғыр селәүсене, йәш үлән, бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә була. Ҡара-көрән таплы 4 бөртөк һарғылт һоро йомортҡа һала. Ите өсөн аулайҙар.


[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә