Зәғәфүрәнов, Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Зәғәфүрәнов, Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы, совет дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Совет Президиумы рәйесе (1950-1967). Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б) сәйәси фирҡә ағзаһы (1939).
1913 йылдың 10-сы октяберендә Өфө виләйәте Златауст өйәҙе Оло Ҡошсо улусына, хәҙерге ваҡытта Башҡортостан республикаһы Мәсетле районы, ҡараған Һөләймән аулында тыуған. 1975 йылдың 5-се сентябрендә Өфө ҡалаһында үлгән.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Белеме
Башҡортостан юғары (коммунистик) ауыл хужалығы мәктәбен (Өфө, 1935), КПСС-тың ҮК-ы эргәһендәге юғары сәйәси фирҡә мәктәбен (Мәскәү, 1962) тамамлаған.
[үҙгәртергә] Эшмәкерлеге
- 1930-1932 − Мәсетле районында иҫәпсе;
- 1935-1937 − Башҡортостан юғары (коммунистик) ауыл хужалығы мәктәбе уҡытыусыһы (Өфө);
- 1937-1943 − Өлкә сәйәси ағартыу мәктәбе директоры (Стәрлетамаҡ);
- 1943-1945 − Темәс башҡорт педагогика училище директоры;
- 1945-1948 − Баймаҡ районы РК-ының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире;
- 1948-1950 − Баймаҡ районы РК-ының сәркәтибе, беренсе сәркәтибе;
- 1950-1957 − Башҡорт АССР-ы Юғары Совет Президиумы рәйесе;
- 1967-1971 − Башҡорт АССР-ы Министрҙар кабинеты эргәһендәге Дәүләт арбитражында баш арбитраж.
[үҙгәртергә] Ижтимағи эшмәкәрлеге
- СССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1950-1966),
- РСФСР- ҙың Юғары Советы депутаты (1955-1959, 1963-1967),
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты (1951-1967).
[үҙгәртергә] Бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 1963),
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1940),
- «Почет Билдәһе» (1949).