Иблис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Иблис (ғәр. баласа — өмөтһөҙлөккә бирелде), исламда — шайтан, ен; башҡорт мифологияһында — яуыз көс (Албаҫты, Бәрей, Ен, Шайтан).

Ҡөрьәндәге сюжетҡа ярашлы, — Аллаға буйһонмай, ул тупраҡтан яралтҡан тәүге кеше — Әҙәм алдында йөҙ түбән йығылыуҙан баш тартҡан берҙән-бер фәрештә. Бының өсөн ул күктән ҡыуыла һәм тамуҡ язаһына хөкөм ителә, ләкин Алланан язаны Ҡиәмәт көнөнә тиклем кисектереп тороуҙы һорай. Ризалыҡ алғас, И. Аллаға тоғро кешеләрҙе аҙҙырырға ант итә. Үҙе хасил итергә һәләтле яуыз көстәр донъяһына баш була. Ожмахҡа үтеп инеп, йылан ярҙамында Әҙәм м‑н Һауаны аҙҙыра, шул арҡала улар ожмахтан ҡыуыла. И. бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең эшенә ҡамасаулай, кешеләрҙе уларға ҡаршы ҡоторта. Кешеләрҙең Аллаға ышанмауы, донъяла яуызлыҡ булыуы исламда И. ҡотҡоһо м‑н аңлатыла. Башҡорттарҙың инаныуҙары буйынса, ул кешеләр араһында йәшәй, уларҙы гонаһлы эштәргә этәрә, иманды оноттора. Кешеләр И. Ҡөрьәндән аяттар уҡып ҡыуа. Башҡорттарҙың тылсымлы йолаларының күбеһе иблис яуызлыҡтарынан һаҡланыуға йүнәлтелгән .

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Нәҙершина Ф.А. Хөрәфәти хикәйәләр //Башҡорт фольклоры. Өфө, 1993; Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995
  • Башҡорт халыҡ ижады. 1-16 том.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]