Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәбибулла Ибраһимов
Исеме:

Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы

Тыуған көнө:

29 декабрь 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур ҡалаһы

Вафат булған көнө:

17 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (64 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Наградалары:

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы (29 декабрь 1894 йыл — 17 март 1959 йыл) — композитор, драматург, йәмәғәт эшмәкәре. 1941 йылдан СССР-ҙың Композиторҙар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1951).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1894 йылдың 29 ғинуарында Ырымбур ҡалаҺында йөксө ғаиләһендә тыуған. Тәүҙә ул «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый. Кесе йәштән үк музыка менән мауыға, гармунда, мандолинала һәм скрипкала уйнай.

1915 йылдан 1917 йылға тиклем Хәбибулла Ибраһимов хәрби хеҙмәттә була. Демобилизациянан һуң Ырымбурҙа музыкант һәм музыка укытыусыһы булып эшләй. 1919 йылдың аҙағында Ҡыҙыл Армияға доброволец булын китә һәм Төркөстан фронтының политбүлек ҡаршыһындағы театрҙа музыка етәксеһе булып эшләй, һуңынан ошо театр менән Башҡортостандың шул осорҙағы баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа күсеп килә һәм башҡорт профессиональ театрын ойоштороуҙа актив ҡатнаша, артист булып та, музыкант булып та зшләй.

Дауыт Юлтый (һулда), Хабибулла Ибраһимов һәм Мәжит Ғафури Башҡортостанда А. П. Чехов исемендәге санаторийҙа. 1933 й.

1922—1925 йылдарҙа Ленинград Музыка белеме институтын тамамлап ҡайтҡас бөтә ғүмерен башҡорт театры менән бәйләй. Ул күп һандағы популяр йырҙарҙың авторы.

Хәбибулла Ибраһимов 1921 йылда яҙылған «Башмағым» әҫәре менән комедия жанрына нигеҙ һалды. Уның «Зөлхәбирә», «Пианино мәсьәләһе», «Еҙнәкәй», «Ватан өсөн», «Партизанка» кеүек әҫәрҙәре лә театрҙар сәхнәһендә ҡуйылды. 1951 йылда уға Еашҡортостандың аткаҙанган сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар