Иванов Константин Васильевич

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Константин Иванов

Константин Васильевич Ивановсыуаш халыҡ шағиры, сыуаш әҙәбиәте классигы, сыуаш әҙәби теленә нигеҙ һалыусы. 1889 йылдың 27 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Бәләбәй районы) Ыҫлаҡбаш (cыу. Слакпуç) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, 1915 йылдың 13 мартанда вафат булған.

[үҙгәртергә] Биографияһы

Константин Иванов 1889 йылдың 27 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Бәләбәй районы) Ыҫлаҡбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас Сембер ҡалаһындағы сыуаш мәктәбенә уҡырға инә. Батша тәртиптәренә ҡаршы митингыларҙа ҡатнашҡан өсөн 1907 йылда уҡыуҙан ҡыуып сығаралар. Ыҫлаҡбаш ауылына ҡайта. Ауылда мәктәп мөдире Яковлев сыуаш телендә дин һәм дәреслектәр сығарырға әҙерләнә. К. Ивановвты үҙе менән эшләргә саҡыра. 1908 йылда Семберҙә сыуаш риүәриәттәре йыйынтығында буласаҡ әҙиптең «Тимер талҡы», «Ике ҡыҙ», «Тол ҡатын» тигән әкиәттәре һәм «Нарспи» поэмаһы донъя күрә. Аяныслы яҙмышлы сыуаш ҡыҙы тураһындағы «Нарспи» поэмаһы күп телдәргә тәржемә ителә. Уның нигеҙендә бер нисә пьеса ҡуйыла, Сыуаш опера һәм балет театрында опера ҡуйыла.

Рәсем:Kivanov-surt.JPG
К. Иванов тыуған йорт. Хәҙерге ваҡытта— музей

Әҙәби эшмәкәрлеген М. Ю. Лермонтов, Л. Н. Толстой, Н. Огарёв, А. Кольцов, Н. Некрасов, А. Майков әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемә итеүҙән башлай.

1909 йылда К. Иванов халыҡ уҡытыусыһы исеменә имтихан тапшыра. 1915 йылда ҡаты ауырыуҙан һуң 25 йәшендә вафат була.

Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Константин Иванов сыуаш халҡы поэзияһына нигеҙ ташы һала, тыуған халҡы хәтерендә тәрән эҙ ҡалдыра.

[үҙгәртергә] К.В.Ивановҡа һәйкәлдәр

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә