Ижек

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ижекһүҙҙең бер тын менән әйтелә торған быуыны. Һүҙ ижектәргә бүленә.Һүҙҙә нисә һуҙынҡы өн булһа, шул тиклем ижек була. Һүҙ бер нисә ижектән торорға мөмкин.Ижектә бер һәм бер нисә өн булырға мөмкин: хат, у-лар, ҡа-ла, ба-ла-лар-ҙы-ҡы.


Эстәлеге

[үҙгәртергә] Өдәргә ҡарап бүленеше

Ижектәр бер. ике, өс, дүрт өндән торорға мөмкин. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең килеү тәртибенә ҡарап, башҡорт телендә 6 төрлө ижек булыуы мөмкин.

  • Бер һуҙынҡынан торған.
  • Һуҙынҡы һәм тартынҡынан торған.
  • Тартынҡы менән һуҙынҡынан торған.
  • Тартынҡы, һуҙынҡы, тартынҡынан торған.
  • Һуҙынҡы, тартынҡы. тартынҡынан торған.
  • Тартынҡы, һуҙынҡы, тартынҡы, тартынҡы.

[үҙгәртергә] Юлдан юлға күсереү

Һүҙ бер юлдан икекнсе юлға күскәндә ижеккә бүлеп күсерелә: баш-лыҡ. урман, балалар-ҙың. Һүҙҙе юлдан күсергәндә бер генә һуҙынҡы өндән торған ижек юл аҙағына ҡалдырылмай, шулай уҡ икенсе юлға күсерелмәй. Ижек аҙағында Ъ,Ь хәрефтәре булһа, улар тәүге юлда ҡалдырыла.

[үҙгәртергә] Асыҡ һәм ябыҡ ижектәр

Әгәр ҙә ижектең һуҙынҡыға тамамланһа, асыҡ ижек тип атала, әгәр ҙә тартынҡыға бөтһә ябыҡ ижек була.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Өфө-2000йыл ISBN 5-295-02619-1
  • Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле. 6-сы класс өсөн дәреслек. Өфө-2008 йыл ISBN 978-5-295-04288-1
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә