Имам
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
|
|
| Иман шарттары |
| Ислам шарттары |
| Мөһим шәхестәр |
Имам – Исламда мосолмандарҙың бергәләп намаҙ уҡыуына етәкселек итеүсе, намаҙҙы алып барыусы. Мәҙинәлә мосолман йәмғиәте ойошҡан ваҡытта (622 - 632 йылдар) имам вазифаһын Мөхәммәд СҒС үҙе башҡарған.
- Сөнниҙәрҙә имам мосолман мәхәлләһенең һәм мосолман дәүләтенең етәксеһе;бер ук ваҡытта ул имам да, хәлифә лә.Мәзһәбтәрҙе нигеҙләүселәрҙе бөйөк имам дип атағандар.
- Шиғыйҙарҙа имам һүҙе мосолман мәхәлләһенең, мосолман дәүләтенең Мөхәммәт һәм уның кейәүе Ғәли нәҫеленән килә торған башлығы.
- Мәсет имамы, йәғни мәсет муллаһы. Йәмиғ мәсеттәрҙә имамдар итеп тәғәйенләнгән, дин буйынса әҙерлеге, абруйы булған мосолмандар.
Ислам белешмә һүҙлеге. 53-54-се биттәр
Шәриғәт буйынса имам вазифаһын намаҙ тәртибен белгән бәлиғәт йәшенә еткән мосолман башҡара ала.