Иман
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
|
|
| Иман шарттары |
| Ислам шарттары |
| Мөһим шәхестәр |
Иман, Иман-Иғтиҡад. Ислам динендәге хәҡиҡәттәргә тел менән әйтеп, күңел менән ышаныу.
Ислам динендә кешене ЫШАНЫУ тигән бөйөк көс йәшәтә, шул уға егәрлек бирә. Мосолмандарҙҙың ундай көсө, ышанысы – Иман.
АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ барлығына, Уның фәрештәләренә, изге китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, ҡиәмәт көнөнә, изгелек һәм яуызлыҡтың АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ тәҡдире менән булыуына ышаныуҙы «Ләә иләәһә илләл-лааһү Мүхәммәдүр-расүүлүллааһ» тип тел менән әйтеү – Иғтиҡад, йәки Иман килтереү була.
Иман килтереү – мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдәң тәүгеһе.