Индуизм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Индуизм

Aum

Тарихы · Пантеон

Шактизм  · Шиваизм  ·
Смартизм  · Вайшнавизм

Дхарма · Артха · Кама
Мокша · Карма · Сансара
Йога · Бхакти · Майя
Пуджа · Мандир · Киртан

Веды · Упанишады
Рамаяна · Маһабһаратам
Бхагавад-гита · Пураны
башҡалары

Туғандаш темалар

Индуизм илдәр буйынса · Календарь · Индус байрамдары · Креационизм · Монотеизм · Атеизм · Индуизмды ҡабул итеү · Аюрведа · Джьотиша

Hindu swastika

Портал «Индуизм»

Индуи́зм — Һинд диндәренең иң таралғаны, йыш ҡына дини традицияларҙың йыйылмаһы[1] һәм Һиндостан субконтинентында барлыҡҡа килгән фәлсәфә мәктәбе тип атайҙар. Санскриттә индуизмдың тарихи исеме — сана́тана-дха́рма (санскр. सनातन धर्म, sanātana dharma IAST), «мәңгелек дин», «мәңгелек юл» йәки «мәңгелек ҡанун» тигәнде аңлата[2].

Большая советская энциклопедия биргән мәғлүмәт буйынса «Һиндостан Конституцияһы» буддизм, джайнизм һәм сикхизм индуизмдың өлөштәре булып тора тип иҫәпләй, әммә фәнни әҙәбиәттә уларҙы айырым дин тип иҫәпләйҙәр [3].

Индуизм тамарҙары менән Ведий цивилизацияһына барып тоташа [4], шуға күрә боронғо дин тип иҫәпләйҙәр [5][6][7][8]. Ибраһими диндәрҙән айырмалы буларҡ, индуизмды нигеҙләүсе, дөйөм табыныу системаһы һәм дөйөм доктрина юҡ [9].

Индуизм монотеизм, политеизм, панентеизм, пантеизм, монизм һәм хатта атеизмға нигеҙләнгән төрлө дини традициялар, фәлсәфәүи системалар һәм дини ҡараштарҙы берләштерә. Дхарма, карма, сансара, мокша һәм йога индуизмдың ғәҙәттәге күренештәре булып тора[10].

Тируваннамалай ҡалаһында Аруначалешвара храмында төп гопурам — донъяла иң ҙур индуизм ғибәҙәтханаһы

Индуизмда бик күп изге яҙмалар бар, улар ике категорияға бүленә: шрути һәм смрити. Веды, Упанишады, Пураны, «Рамаяна», «Махабхарата», «Бхагавад-гита» һәм Агамы индуизмдың иң мөһим дини яҙмалары.

Индуизм — христианлыҡ һәм исламдан һуң ышаныусылар һаны буйынса сөнсө дин булып тора. Индуизм диненә 1 млрд кеше ышана, уларҙың 950 млн Һиндостан һәм Непалда йәшәй[11]. Индуизмға ышанған башҡа кешәләр Бангладеш, Шри-Ланка, Пакистан, [Индонезия]], Малайзия, Сингапур, Маврикий, Фиджи, Суринам, Гайана, Тринидад и Тобаго, Бөйөк Британия, Канада һәм АҠШта йәшәй.

XX быуаттың икенсе яртыһында индуизм Һиндостандың милли сиктәре аша бөтә донъяға тарала. Карма, йога һәм вегетарианлыҡ идеялары киң тарала һәм ғәҙәти күренешкә әйләнә.

Индуизмдың ҡайһы бер ҡараштары һәм ғәмәлдәре тәнҡитләнә. Иң күп ғәйепләнгәндәре – тол ҡалаған ҡатындарҙың үҙ-үҙҙәрен яндырыу ритуалы Сати, шәхесте ниндәй кастала булыуына ҡарап айырған Варны ғәмәле.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Индуизм» термины санскрит телендә фарси вариантындағы Синдху (Һинд) йылғаһы исеменән килеп сыҡҡаан[12][13]. Фарси телендә Һинд йылғаһы аръяғында йәшәүселәрҙе шулай атағандар. Ғәрәп телендә «аль-хинд» термины хәҙерге замандала Һиндостанда йәшәүселәрҙе аңлата. [14].

XVIII быуат аҙағында инглиздар Һиндостандың төньяҡ-көнбайышында йәшәүселәрҙе «индустар» тип атаған. Һуңынан «индус» тип Һиндостанда йәшәүсе мосолман, джайн, сикх йәки христиан булмаған кешене атайҙар. Был термин менән киң дини ҡараш спектры һәм дини ғәмәлдәр атала башлай. Индуизм термины 1930 йылда «Hindu» һүҙенә «изм» суффиксы ҡушҡас барлыҡҡа килә. Был һүҙ брахмандарҙың варны дини мәҙәниәтен аңлатыу өсөн ҡулланыла. Һуңынан һиндлылар был төшөнсәне бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш ваҡытында ҡабул итеп алалар.

Индус термины XIX быуатта ғына барлыҡҡа килһә лә, был һүҙ XVIXVIII быуаттарҙағы Бенгали текстарында осрай. Гаудия-вайшнавизм текстарында «индус» термины «драхма» термины менән бергә ҡулланылған. «Индустар драхмаһы» тигән төшөнсә индустарҙың дини ғәмәлен башҡа диндәрҙән айырыу өсөн ҡулланыла.

Дини ышаныуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ганга йылғаһында ҡояш байый. Индустар мең йыл буйына Ганг йылғаһын изге тип һанай.

Индуизм өсөн, үҙәк урында алып торған, дөйөм төп йүнәлеште билдәләп булмай, шулай ҙа бөтә индуизм өсөн типик ғәмәлдәрҙе билдәләп үтеп була.

  • Дхарма — әхлаки һәм этик бурыс.
  • Сансара — тыуым һүм үлем әйләнеше, үлгәндән һуң йендең икенсе кешегә йәки хайуанға күсеүе (реинкарнация).
  • Карма — яңынан тыуыу тәртибе йәшәгән ваҡытта ҡылған эштәр һәм уларҙын һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә.
  • Мокша — тыуыу һәм үлем әйленешенән (сансара) ҡотолоу.
  • Йога төрлө йүнәлештәрҙә.

Ожмах һәм тамуҡ төшөнсәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Индуизмда ожмах һәм тамуҡ төшөнсәләре Пуран әҙәбиәтендә һүрәтленә. Унда иҫәбе-хисабы булмаған ожмах һәм тамуҡ локаһы (планетаһы) булыуы һүрәтләнгән, үлгән кешеләрҙе ҡылған эштәре изге йәки гонаһлы булыуына ҡарап баһалау йәки яза биреү көтә. Тамуҡҡа эләккән йәнде пинда (ҡорбанға килтерелгән һыу һәм аҙыҡ) ярҙамында кире саҡырып алып була. Был йоланы балалары һәм ейәндәре башҡарырға тейеш. Ожмах һәм тамуҡ планетаһында бер ни тиклем ваҡыт булғас, йән төлө материаль элементтар аша (Ер, һыу, һауа, ут, эфир) үтә һәм 8 400 000 кәүҙәнең береһе булып яңынан тыуырға мөмкинлек ала[15].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Flood 2003, pp. 1–17.
  2. Джон Боукер. «Полный Оксфордский словарь мировых религий». — Oxford University Press, 2000; Происхождение термина уходит к реформаторским движениям в индуизме девятнадцатого столетия (Д. Завос, «В защиту индуистской традиции: санатана-дхарма как символ ортодоксальности в колониальной Индии», Religion (Academic Press), Volume 31, Number 2, April 2001, стр. 109—123; см. также R. D. Baird, "Свами Бхактиведанта и встреча с религиями, Современные индийские ответы религиозному плюрализму, в редакции Харольда Коварда, State University of New York Press, 1987).
  3. Индуизм 2014 йыл 15 июль архивланған. // БСЭ
  4. Kenoyer 1998, pp. 180–183
  5. Merriam-Webster's Collegiate Encyclopedia. — Merriam-Webster, 2000. — P. 751.
  6. Laderman, Gary. Religion and American Cultures: An Encyclopedia of Traditions, Diversity, and Popular Expressions. — Santa Barbara, Calif: ABC-CLIO, 2003. — P. 119. — ISBN 1-57607-238-X.
  7. Turner, Jeffrey S. Encyclopedia of relationships across the lifespan. — Westport, Conn: Greenwood Press, 1996. — P. 359. — ISBN 0-313-29576-X.
  8. Klostermaier 1994, p. 1
  9. Klostermaier 2000, p. 6
  10. Weightman 1998, pp. 262–263
  11. Major Religions of the World Ranked by Number of Adherents. Adherents.com. Дата обращения: 10 июль 2007. Архивировано 11 август 2011 года. 2018 йыл 26 декабрь архивланған.
  12. В «Ригведе» земля индо-ариев называется Сапта-синдху (земля семиречья на северо-западе Южной Азии), что соответствует Хапта-хенду в Авесте — священном писании зороастризма. Vendidad or Videvdad: Fargard 1.18
  13. Lipner 1998, pp. 7–8
  14. См. правила произнесения звуков в индоевропейских языках за объяснением перехода от «синдху» к «хинду» и «индус».
  15. Rosen 1997